Яңы Турбаҫлы тораҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яңы Турбаҫлы тораҡтары
Дәүләт Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Благовещен районы

Яңы Турбаҫлы тораҡтары (рус. Новотурбаслинские селища) — Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э. VI — VIII быуаттар археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Турбаҫлы тораҡтары Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәне ярында урынлашҡан. Бында 12-14 быуат самаһы элек йәшәгән кешеләрҙең 3 урында тораҡтары табылған. Улар ауыл эсендә йәки уға яҡын урынлашҡан булған.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Турбаҫлы тораҡтары I — ауыл биләмәһендә табылған. Түңәрәк бәләкәй соҡорҙар һәм һырҙар менән биҙәлгән һауыт ярсыҡтары килеп сыҡҡан. Был һауыттар Бахмут мәҙәниәтенә ҡарай тип һанала.

Яңы Турбаҫлы тораҡтары II ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында тәрәнлеге 1 м еткән яртылаш ер өй 5 асылған, улар тура мөйөш (6×5 м) йәки квадрат (6×6 м) рәүшле, иҙәндә йәки 60—80 см бейеклектә ағас таяулы усаҡтары булған. Торлаҡтар араһында хужалыҡ соҡорҙары урынлашҡан.

Ҙур яҫы төплө, биҙәлмәгән балсыҡ һауыттар Турбаҫлы мәҙәниәте һәм Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡарай. Уларҙың ҡорһаҡтары өҫкө яҡтан ромбтар, өсмөйөштәр, кәкерсәк һыҙыҡтар, ҡыя һыҙыҡтар, уртала әүернә рәүешле өс ҡат һыҙыҡтар һәм төбөнөң тышҡы сите буйлап кәкерсәк һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Бахмут мәҙәниәтенә ҡарағандары балсыҡтан әүәләп эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт.

Эш ҡоралдары: балсыҡ орсоҡбаштар, яу йә һунар өсөн ҡоралдар: һөйәк уҡ башаҡтары һәм йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, бронза сымдан яһалған һырғалар, муйынсаҡтар, тимер айылдар кеүек биҙәүестәр, хайуан һөйәктәре табылған.

Яңы Турбаҫлы тораҡтары III ауыл янында урынлашҡан. Табылған һауыт ярсыҡтары Бахмут мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡомартҡы күсмә ҡәбиләләрҙең Бахмут, Турбаҫлы, Кушнаренко мәҙәниәттәренә ҡарауын, уларҙың Көнбайыш Урал буйына төпләнеү процесын сағылдыра.

Яңы Турбаҫлы тораҡтары материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[5]..

Асыш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Турбаҫлы тораҡтары 1957 йылда совет ғалим-археологы, хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе профессиональ археолог, тарих фәндәре кандидаты М. Х. Са­диҡова тарафынан асыла.

1958—59 йылдарҙа был табыштарҙы тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов ентекле тикшереп өйрәнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Яңы Турбаҫлы тораҡтары//Башҡорт энциклопедияһы
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Селище//Большая российская энциклопедия
  4. И.Г.Петров Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәжитов Н. А. Поселение Ново‑Турбаслинское II //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.