Яңы тәнҡит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Яңы тәнҡит» (ингл. New Criticism) — XX быуат урталарында әҙәби тәнҡиттәге яңы ағым, әҙәбиәт ғилемендәге формаль методтың бер төрө.

АҠШ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Яңы тәнҡит» АҠШ-та 1930-сы йылдарҙа формалаша башланған һәм 1940-50-се йылдарҙа өҫтөнлөк алған ағым. Уға шағир, яҙыусы һәм әҙәби тәнҡитсе Джон Тейт (ингл. John Orley Allen Tate; 19.11.1899—9.02.1979) һәм тағы ҡайһы бер тәнҡитселәр нигеҙ һала. Ағымдың атамаһы Джон Рэнсомдың The New Criticism китабының исеме менән бәйле.

«Яңы тәнҡит» талаптарына ярашлы, тексты анализлауҙың төп методы булып «төплө уҡыу» Close reading тора — авторҙың әҫәр йөкмәткеһенә һалған һәр фразаның айырым һәм дөйөм мәғәнәһен асып биреү, символикаларҙы, образдар системаһын һәм тәрән мотивтарҙы өйрәнеү.

"Яңы тәнҡит"тең, бары тик әҙәби әҫәрҙә генә сикләнеп, автор шәхесен һәм тарихи-социаль контексты һанға һуҡмауы методологияның төп етешһеҙлектәре була һәм артабан ағымдың көрсөгөнә килтерә.

Франция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Яңы тәнҡит» Франция барлыҡҡа 1950 йылдарҙа барлыҡҡа килә һәм әҙәбиәт ғилемендә структурализм принциптарын ҡулланыу һөҙөмтәһенә әйләнә. Француз йүнәлешенең теоретик нигеҙҙәрен Ролан Барт булдыра.

1970 йылдар башына француз «Яңы тәнҡит» бик күп һанлы методологик йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала: әҫәрҙең эске төҙөлөшөнә анализ, шиғри телмәр үҙенсәлектәре, хикәйәләү һәм сюжеттың ойошоуы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [ «Новая критика»] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә