Яңы Һары
Яңы Һары | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Почта индексы | 462219 |
Яңы Һары Новосаринский — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һары станцияһының климаты ошо төбәккә хас булғанса уртаса-континенталь.. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яңы Һары ҡасабаһы 2016 йылға тиклем Яңы Һары ауыл Советы үҙәге булған. Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[3]
2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының хәҙер инде бөтөрөлгән Яңы Һары ауыл Советына[4] ингән. Яңы Һары ауылы муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған[5].
Яңы Һары ауыл Советына Һары тимер юл станцияһы, Казарма 244 км, Казарма ж/д 246 км, Казарма ж/д 258 км, «Һары» совхозының 1-се бүлексәһе, «Һары» совхозының 2-се бүлексәһе, «Һары» совхозының 3-сө бүлексәһе ҡасабалары, 212-се т/ю разъезы, Трепельный ҡасабаһы, «Һары» совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы (хәҙерге Яңы Һары) ингән булған[6].
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1966 йылдың 17 октябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы «Ырымбур өлкәһенең ҡайһы бер тораҡ пункттарының исемен үҙгәртеү тураһында» Указ ҡабул итә. Указ шул йылда «Ведомости Верховного Совета РСФСР» журналының 42-се һанында баҫылып сыға (20 октябрь). Шул Указға ярашлы, «Һары» совхозының үҙәк усадьба ҡасабаһы Яңы Һары тип үҙгәртелә[7].
Ҡасабаға исем биргән «Һары» совхозының атамаһы ошо төбәктә аҡҡан Һары йылғаһынан килеп сыҡҡан. Был гидроним буйынса төрлө фараздар төрлө булһа ла, уның ярҙарындағы һәм эргә-тирәһендәге һары балсыҡ күп булыуы һәм һыуға ла төҫ биреүе булған тигән фараз — хәҡиҡәткә иң яҡынылыр[8].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[9] |
391 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ ЛИКВИДАЦИОННАЯ КОМИССИЯ АДМИНИСТРАЦИЯ МУО НОВОСАРИНСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ (ВНЕСЕНИЕ СВЕДЕНИЙ О ПРОМЕЖУТОЧНОМ ЛИКВИДАЦИОННОМ БАЛАНСЕ)
- ↑ Закон «Об утверждении перечня муниципальных образований Оренбургской области и населённых пунктов, входящих в их состав»
- ↑ НАСЕЛЕННЫЕ ПУНКТЫ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА, ОТНОСИВШИЕСЯ В 1960-М ГОДУ К ХАЛИЛОВСКОМУ РАЙОНУ
- ↑ Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. "О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
- ↑ Имя речки Сара — башкирское, оно имеется и в других тюркских языках и в переводе на русский означает «жёлтая». Название объясняется тем, что в берегах реки, а также и поблизости находилась жёлтая глина, поэтому во время сильных разливов вода в речке приобретала желтоватый цвет. Переселенцы быстро нашли применение этой глине: они разводили её в воде, добавляли ещё что-то и красили (белили) ею жильё и хозяйственные постройки. Впоследствии это второе название села — Сара — стало официальным и общеупотребительным, а первое — Петропавловка было опущено — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С.М. Стрельникова, 1994.