Яңы Әхмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Әхмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сармановское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423350
Карта

Яңа Әхмәт[2] (Яңы Әхмәтабыҙ, Юғары Әхмәт; татар. Яңа Әхмәт, рус. Новое Ахметово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Минзәлә йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға байлар ырыуы башҡорттарыИҫке Әхмәт ауылы кешеләре нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, 2 тимерлек, тирмән, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[4][3].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 79 башҡорт һәм 18 типтәр; 1816 йылда — 126 башҡорт (13 башҡорт Кәүжиәк һәм Ҡарамалы ауылдарына күсә, 15 башҡорт Сураш ауылынан килеп төпләнә) һәм 21 типтәр; 1834 йылда — 180 башҡорт һәм 25 типтәр; 1912 йылда — 775 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4][5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][4])
179518701905192019261938194919581970197919892002
107502453631613661555479412318237257

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 398. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 158-161. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 129. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.