Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баҡалы районы
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (19 ноябрь 1958 йыл, БАССР‑ҙың Баҡалы районы Иҫке Балыҡлы ауылы)[1] — техник фәндәр докторы (2005 йыл), профессор[2], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008 йыл)[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1958 йылдың 19 ноябрендә БАССР-ҙың Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. Бөгөлмә индустриаль-педагогика техникумын экстерн булып тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Баҡалы ауылында 2-се һөнәрселек училищеһында производствоға өйрәтеү мастеры булып башлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1978—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультетында уҡый. 1988 йылда шул уҡыу йортонда аспирантураны тамамлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ВЛКСМ комитеты секретары, ассистент, өлкән уҡытыусы, 1983-1985 йылдарҙа тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы доценты булып эшләй. 1988 йылдан 1992 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт паграр университетының комсомол комитеты секретары.

1992-1993 йылдарҙа — ректор ярҙамсыһы;

1993-1994 йылдарҙа — теоретик һәм прикладной механика кафедраһы мөдире;

1994-1995 йылдарҙа Германия Федератив республикаһында (Бавария) менеджер сифатында стажировка үтә.

Артабан "Миловка" уҡытыу-тәжрибә хужалығы директоры-проректор вазифаһын башҡара.

1996-2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының производство буйынса проректоры;

2000-2001 йылдарҙа — йәшәйеш, тракторҙарҙа һәм автомобилдәрҙә эшләү хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире;

2001-2012 йылдарҙа — БДАУ-ҙың «Ауыл хужалығын механизациялау» факультеты деканы;

2012 йылдан – йылылыҡ техникаһы һәм предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире;

1989 йылда техник фәндәр буйынса кандидат диссертацияһын, ә 2004 йылда "Ауыл хужалығы технологиялары һәм техник хеҙмәтләндереү саралары" темаһы буйынса техник фәндәр докторы диссертацияһын яҡлай.

Фәнни тикшеренеүҙәре машина-трактор агрегаттарының дизелле энергетик ҡулайламаларын файҙаланыу проблемаларына арнала. Ғабдрафиҡов етәкселегендә уйлап табылған дизель двигателдәренә яғыулыҡ биреү технологияһы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре предприятиеларында индерелгән. Ул — 140-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы, монографиялар һәм 6 уйлап табыу авторы һәм авторҙашы. Ике фәндәр кандидатын әҙерләгән. ВЛКСМ Үҙәк Комитеты знагы, Башҡортостан Республикаһы, СССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығының, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Респбликаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Основы теплотехники: учебное пособие / Ф. З. Габдрафиков ;
  • Федеральное госоударственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Башкирский государственный аграрный университет». — Уфа: Башкирский ГАУ, 2016. — 159 с. : ил.; 20 см; ISBN 978-5-7456-0489-8 : 100 экз.
  • Энергетика — Теплоэнергетика. Теплотехника — Теоретические основы теплотехники — Учебник для высшей школы;
  • Теплотехника — Теоретические основы;
  • Оценка эксплуатационной эффективности топливных систем тракторных и комбайновых дизелей в режимах частичных нагрузок. СПб., 2004;
  • Топливные системы тракторных и комбайновых двигателей. Уфа, 2004; Топливные системы автотракторных дизельных двигателей. Уфа, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]