Эстәлеккә күсергә

Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс
араб. عبد الله بن عباس
Портрет
Бәсрә әмире
650-се
Алдан эшләүсе:

?

Дауам итеүсе:

?


Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Абдуллах ибн Аббас ибн Абд аль-Мутталиб аль-Хашими

Ҡушаматы:

Хабр аль-умма

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Мөфәссир, тарихсы, Фаҡиһ, Мөхәддис

Тыуған көнө:

619[1][2][3]

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз[4]

Үлем көнө:

687[1]

Үлгән ере:

Эт-Таиф[d], Мәккә[d], Сәғүд Ғәрәбстаны[4]

Ил:

 Хаҡ хәлифәт
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип

Әсәһе:

Лүбәбә бинт әл-Харис[d]

Балалары:

Али ибн Абдуллах[d] һәм Lubaba bint Abd Allah ibn Abbas[d]


Дини эшмәкәрлек
Эшмәкәрлек йүнәлеше:

ислам дин ғилеме, тәфсир, Фиҡһ, Ҡөръән ғилеме[d], Sharia Sciences[d] һәм Хәҙис ғилеме

Остаздары:

Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)

Шәкерттәре:
Хеҙмәттәре:

Толкование Корана, Необыкновенная книга о Коране, Разъяснение языка Корана и Язык в Коране

Ваҡиғалар:

Сиффинская битва

 Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс Викимилектә

Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс (ғәр. عبد الله بن عباس‎)- Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — 686, Таиф)- Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм атаҡлы сәхәбәһе һәм ике туғаны, ислам экзегетикаһына нигеҙ һалыусы. Ғәббәс ибн Ғәбдел Мотталибтың улы була. Ул иң яхшы Ҡөрьән мөфәссирҙәренән була[5].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм вафат булғас, олораҡ сәхәбәләрҙән хәҙистәр өйрәнә башлай. Унан Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарына 1660 хәҙис яҙып алына.

Ибн Ғаббас Мәккә Ҡөрьән тәфсирләү мәктәбенә нигеҙ һала. Унан белем алырға халыҡ урамға һыймай килә торған булған. Ғабдуллаһ ибн Ғаббастың атаҡлы уҡыусылары: Сәғит ибне Жүбәйер, Мүжәһид ибне Жәбр әл-Мәкки, Иҡрима, Тавус ибн Кәйсан әл-Йәмәни һәм Ғата ибн Әбу Рабах.

Ибн Ғаббас һиҗрәттән 3 йыл элек тыуа. Ул бәләкәй сағынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм янында була: көсөнән килгәнсә ярҙамлаша, артына баҫып намаҙ уҡый. Миләди 630 йылға тиклем ғаиләһе менән Мәккәлә йәшәй. Мәккәне яулар алдынан улар Мәҙинәгә күсенә[6].

Мәккәне алыуҙа ҡатнаша. Беренсе хәлифәләр ваҡытында уларҙың ярҙамсыһы була була, Төньяк Африка һәм Табаристанға һөжүмдәрҙә була.

Хәҙрәте Усман үлеменән һуң, Али уны Бәсрә әмире итеп тәғәйенләй. Шунда ул харижиҙар фетнәһендә катнашҡан 20 000 кешегә хәҙрәте Алиҙы аҡлап, ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ икәнен аңлатыуға өлгәшә. Мәгәр һуңынан хакимиәттән китә. Ғүмеренең ахырына тиклем фәнни эш менән шөғөлләнә.

687 йылда (һ. 68) Ғабдулла ибн Ғаббас Таифта 70 йәшендә вафат була. Йыназа намаҙын Мөхәммәт Ибн әл-Хәнәфиә уҡый.

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118925857 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. ʿAbd Allāh ibn ʿAbbās Ibn ʿAbbās // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  4. 4,0 4,1 Али-заде А. Абдуллах ибн Аббас (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 12.
  5. Ислам: ЭС, 1991, с. 7
  6. Али-заде, А. А., 2007