Ғабдул-Хәмит I

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғабдул-Хәмит I

Ғабдул-Хәмит I (1725 йыл — 7-се апрель, 1789 йыл ), (ғосманса عبد الحميد اول‎ — Abd ül-Hamîd-i evvel, төрөксәBirinci Abdülhamit), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сенең улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сенән һуң тәхеткә ултыра.

Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Ғабдул-Хәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә. Уның тәхеттә ултырыуы ваҡытында дәүләттең иҡтисади сығанаҡтары янычарҙарға ғәҙәти хеҙмәт хаҡын түләргә аҡса етмәҫлек дәрәжәгә барып етә.

Ғабдул-Хәмит солтан тәхеткә ултырғандан һуң бер йыл да үтмәй, Рәсәй менән һуғыш башлана. Төрөктәр Козлуджа янында еңелә һәм 1774 йылдың 21 июлендә Көсөк-Ҡайнарсы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Был килешеүгә ярашлы, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты булдырырға, Балҡан һәм Ҡырым ярымутрауҙарында йәшәгән Ғосман империяһының мосолман булмаған халҡына үҙ тәьҫирен йәйергә хоҡуҡ бирелә.

Етди еңелеүҙәр Ғабдул-Хәмитте административ һәм хәрби реформалар үткәрергә мәжбүр итә.

Сирияла һәм Мореяла баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡайһы бер уңыштар Рәсәй тулыһынса үҙ ҡарамағына алырға ниәтләгән Ҡырымды юғалтыуҙы ҡаплау алмай. 1787-се йылда Рәсәй менән ҡабаттан һуғыш башлана. Был һуғышта 1788-се йылдан Австрия ла ҡатнаша. Әммә Австрия императоры Иосиф II тулыһынса Бөйөк Екатерина II яғында була һәм уның Ҡырымға еңеүле һөжүменә булышлыҡ итә. 1788-се йылда Рәсәй Очаков ҡалаһын тартып ала.

Солтан Ғабдул-Хәмит I, Очаковтың ҡолауынан уң 4 ай үткәс, 64 йәштә апоплексия һуғыуынан вафат була.