Ғаилә суды (сериал, Польша)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғаилә суды
Жанр судебное шоу[d]
Первоначальный вещатель TVN[d]
Ил  Польша
Продюсер TVN[d]
Эпизодтар һаны 214
Сезондар һаны 8

Ғаилә суды (пол. Sąd rodzinny) – өлөшләтә реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән, мәхкәмә шоуы жанрына ҡараған, Польшала сыҡҡан сериал. 2008 йылдың 4 март (буранай) көнөнән алып 2011 йылдың 22 декабрь (аҡъюлай) көнөнә хәтлем  TVN каналында күрһәтелгән.

TVN каналында, был сериалдан тыш, Sędzia Anna Maria Wesołowska сериалы ла сыҡҡан ине. Ғаилә судында, Польшала ҡабул ителгәнсә, айырылышыу, алимент түләү, өйҙән сығарыу (эксмиссия), ата-әсә хоҡуғын сикләү, бала менән бәйләнештәрҙе сикләү һ.б. эштәр ҡарала. Бынан тыш, йәше етмәгән кеше енәйәт ғәмәлен ҡылһа, ул осраҡта ла ғаилә суды ҡарар сығара.Һуңғы осраҡта суд ултырышында адвокат менән прокурор ҡатнаша, ә административ эш ҡаралғанда ике яҡтан да адвокаттар ҡатнаша. Мәхкәмә шоуҙарының икеһе лә Варшава янындағы Сенкоцин ҡаласығында төшөрөлгән. 2011 йылдың 8 шаҡай (февраль) көнө студия (суд залының) эсе яңыртылған.

Актёрҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исем-шарифы Сериалдағы һөнәре Ысын һөнәре
Artur Lipiński sędzia sędzia
Justyna Koska-Janusz adwokat sędzia
Magdalena Wilk adwokat adwokat
Piotr Ostafi adwokat adwokat
Magdalena Grześkowiak adwokat adwokat
Artur Łata prokurator adwokat
Paweł Sobczak prokurator adwokat


Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]