Ғайнуллин Флюр Музип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғайнуллин Флюр Музип улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡырмыҫҡалы районы, Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Һарт-Шишмә
Һөнәр төрө директор
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт аҙыҡ-түлек сәнәғәте университеты[d]

Ғайнуллин Флюр Музип улы (рус. Гайнуллин Флюр Музипович) (6 сентябрь 1939 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1974 йылдан Ҡарламан шәкәр заводының директоры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында закон, законлылыҡ һәм хокук тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғайнуллин Флюр Музип улы 1939 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-а Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1968 йылда Мәскәү аҙыҡ промышленностының технология институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1958 йылда Ҡарлыман сәкәр заводында эшсе булып башлаған. 1958 йылдан 1962 йлға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң сәкәр заводында электромонтер булып эшләй. Институтты тамамлап ҡайтҡас Ҡарламан шәкәр заводында баш механик булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында закон, законлылыҡ һәм хокук тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

1974 йылдан Ҡарламан шәкәр заводының директоры.[2] Ҡырмыҫҡалы районы 223-сө Прибельский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]