Ғайсина Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғайсина Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 июль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (50 йәш)
Тыуған урыны Мөсәт ауылы, Янғантау ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, фольклорсы
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы

Ғайсина Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы (8 июль 1973 йыл) — фольклорсы. РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы (2007). Филология фәндәре кандидаты (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы Ғайсина 1973 йылдың 8 июлендә Салауат районының Мөсәт ауылында тыуа. 1990 йылда Өфө һынлы сәнғәт интернат-мәктәбен, 1992 йылда Өфө китапхана техникумын һәм 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлегендә башлай. Фольклорсы булараҡ, Башҡортостандың һәм күрше өлкәләрҙең (Силәбе, Курған, Сверловск, Татарстан, Һамар, Һарытау) төрлө райондарында утыҙҙан ашыу ғилми экспедицияла, командировкала була[2].
РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы (2007). «Йәшлек» гәзитенең (2010), «Башҡортостан ҡыҙы» журналы (2014) лауреаты.

2013 йылда фольклористика ғилеме буйынса Ҡазанда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башкирское народное творчество. Хрестоматия» (2005)
  • «Экспедиция материалдары — 2003: Йылайыр районы» (2006)
  • «Экспедиция материалдары — 2004: Әлшәй районы» (2006)
  • «Экспедиция материалдары — 2006: Борай районы» (2008)
  • «Экспедиция материалдары — 2005: Һамар, Һарытау өлкәһе башҡорттарының рухи мираҫы» (2008)
  • «Рухи мираҫ: Свердловск башҡорттарының фольклоры» (2008)
  • «Экспедиция материалдары — 2005: Яңауыл районы» (2009)
  • «Экспедиция материалдары — 2008: Балтас районы» (2010)
  • «Силәбе башҡорттарының фольклоры» (2012)
  • «Ғәйнә башҡорттарының халыҡ ижады» (2012, Р.Ә. Солтангәрәева менән авторҙаш),
  • «Экспедиция материалдары. Курған башҡорттары фольклоры» (2013)
  • «Учалы башҡорттары фольклоры (Ҡыуаҡан, Тиләү, Барын-табын, Ҡара-табын ырыуҙары)» (2014)).
  • "Башкирский народный кубаир «Урал-батыр» (2011, библиографик белешмә, авторҙаш)
  • «Баимов Бурзян Сафич» (2008, библиографик белешмә)
  • С. Ә. Килдин, С. Ш.Ярмуллин, Ф. Ф. Ғайсина. «Башҡортостан — әүлиәләр иле». — Китап, 2012. — 334 с. — ISBN 978-5-295-05680-2.
  • «Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре» (2013, автор-төҙөүсеһ).
  • Салауат Юлаев хаҡында яҙып алған илленән артыҡ легенда-риүәйәт, йыр һәм ер-һыу атамаһы С.Юлаевҡа арналған энциклопедияла һәм «Салауат халыҡ хәтерендә» (2 томда) баҫмаһында донъя күрә.
  • «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының фольклоры» (Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай райондары) томын төҙөй.
  • «История башкирских родов» («Башҡорт ырыуҙары тарихы») «Балыҡсы» (2014), «Танып» (2014), «Уран» (2015), «Йылан» (2015), «Ирәкте» (2015), «Дыуан» (2016) күптомлығында хеҙмәттәре баҫылған
  • «Историко-этнографические исследования по традиционной культуре башкир» (2019) коллектив монография авторҙашы.
  • "Балалар өсөн рәсемле намаҙ китабы"н (2007, 2010) төҙөй
  • «Ғөсөл, тәһәрәт һәм намаҙға өйрәнәм» (2007, 2010) китабын тәржемә итеп баҫтыра.
  • YouTube сайтында Видео

Ф. Ф. Ғайсина йөҙҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы. Фольклорҙағы ҡыҙыҡһыныу даирәһе: мифология, йолалар, тарихи һәм дини легенда һәм риүәйәттәр, ырым-ышаныуҙар, тыйыуҙар, һынамыштар, им-том жанры һ.б.[4]

Уның тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Нәбиева Н. Шатлыҡлы үтһен // Йәншишмә.- 1992.- 26 август.
  2. Аманов Т. Рәсемле намаҙ китабы донъя күрҙе // Йәшлек. — 2007. — 8 сент.
  3. Зимина Л. И откроются двери…// Уфимские ведомости. — 2009. август.
  4. Рамаҙан айы нисек үтә? // Йәшлек. — 2011. — 20 август. (опрос)
  5. Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ // Йәшлек. — 2012. — 6 ғинуар.
  6. Сираева Л. Китап сыҡты // Йәшлек. — 2013. Март.
  7. Сираева Л. Халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын сағылдыра // Йәшлек. — 2013. — 19 март.
  8. Исхаҡов Венер. Ниәтебеҙ халыҡ хәтерен дөрләтеү //Башҡортостан. — 2013. — 13 март. (интервью)
  9. Автор тураһында мәғлүмәт // Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре / Автор-төҙөүсе, баш һүҙ, ҡушымта һәм аңлатмалар авторы Ф. Ф. Ғайсина. — Өфө, 2013.- 135-се б.
  10. Гайсина Фанира Фасхетдиновна //Фольклор народов Башкортостана. Энциклопедия. − Уфа: 2020. − С. 136.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]