Эстәлеккә күсергә

Ғайсин Айрат Рәшит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айрат (Рәит) Рәшит улы Ғайсин
Тыуған

9 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Аһылай ауылы

Һөнәрҙәре

композитор

Хеҙмәттәшлек

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Ғайсин Айрат Рәшит улы (9 апрель 1962 йыл) — башҡорт композиторы. Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге рәйесе (2009—2013)

Айрат (ысын исеме — Рәит) Рашит улы Ғайсин 1962 йылдың 9 апрелендә Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Аһылай ауылында ун дүрт балалы ғаиләлә тыуған. Ун бер йәшендә атайһыҙ ҡала. Туғандарын ҡарашыр өсөн йәй колхозда эшләй. Ун өс йәшендә Айрат гармунда уйнарға өйрәнә, көйҙәр сығарырға тырышып ҡарай.

Айрат Ғайсин Таштимер ауылында урта профессиональ-техник училище тамамлай, тракторсы булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары була.

Свердловск ҡалаһында Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1983 йылда Учалы музыка училищеһының музыка теорияһы бүлексәһенә уҡырға инә.

1989—1994 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында композиция класында (педагогы З. Исмәғилев) белем алыуын дауам итә.

1993 йылда композитор студенттарҙың конкурсында уның шағир Мәүлит Ямалетдинов шиғырына яҙылған «Балан» тигән йыры вокаль музыка әҫәрҙәре араһында беренсе урынды яулай. Институтты тамамлағас, Айрат Ғайсин Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында музыка теорияһы дисциплиналарынан уҡыта.

1995 йылдан Республика мәғариф буйынса уҡытыу-методика үҙәгендә уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү бүлеге начальнигы булып эшләй, унан һуң Республика халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһында үткән киң күләмле мәҙәни, тамашалы сараларҙың кураторы була.

2009 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге ғилми хеҙмәткәре. 2009—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлегенең рәйесе.

2009 йылдан — Өфөнөң 7-се музыка мәктәбе директоры.

Композитор Айрат Ғайсин башҡорт шағирҙары Мәүлит Ямалетдинов, Дамир Шәрәфетдинов, Сафуан Әлибай, Риф Мифтахов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рәмил Йәнбәк һәм башҡаларҙың шиғырҙарына йырҙар яҙа.

Тарихи-патриотик темаға ижад ителгән симфониялары ла билдәлелек ала, пьесалар, фугалар, сонаталар, концертинолар ижад итә. Айырым әҫәрҙәре балалар музыка мәктәптәренең педагогик репертуарына ингән. Фәнни эш менән шөғөлләнә: башҡорт сәсәне Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев репертуарындағы йырҙар материалы буйынса кадидатлыҡ диссертацияһын яҙыуҙы тамамлай[1].

Ғаиләһе: ҡатыны, алты балаһы бар. Өлкән улы — профессиональ ҡурайсы, ҡыҙҙары фортепиано класын тамамлаған.

Симфоник поэмалар: «Тәфтиләү», «Үткән йылдар риүәйәте».

Романстар һәм йырҙар: «Әсәйемә», «Ҡаршы сығам», «Эргәмә кил», «аң атҡанда», «Аңламаның», «Һағыш», «Һары япраҡ», «Күҙ йәштәре күле», «Эх, ҡысҡырып бер иларға ине» һәм башҡалар.

Рәмил Йәнбәк шиғырына «Бөркөт саңҡыуы» хор поэмаһы.