Ғарипова Динә Фәһим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғарипова Динә Фәһим ҡыҙы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татарстан Республикаһы, Йәшел Үҙән
Һөнәр төрө йырсы
Жанр поп-музыка[d], романс[d], соул[d] һәм классический кроссовер[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Ҡатнашыусы Евровидение-2013[d]
Йырсы тауышы сопрано[d] һәм меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Рәсми сайт dinagaripova.ru
Commons-logo.svg Ғарипова Динә Фәһим ҡыҙы Викимилектә

Динә Фәһим ҡыҙы Ғарипова (татар. Динә Фәһим кызы Гарипова, Dinä Fähim qızı Ğäripova; 25 март 1991 йыл, Зеленодольск, Татар ССР, РСФСР, СССР) — Рәсәй йырсыһы, 2012 йылда "Беренсе канал"да «Голос» телешоуы еңеүсеһе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[1][2]. «Евровидение—2013» музыкаль конкурсы финалсыһы, бишенсе урын ала[3]. Динәнең эш диапазоны — 2,4 октава (кесе октавалағы «ми»ҙан икенсе октавала «ля»ға тиклем)[4], тауышының тибы меццо-сопраноға яҡын.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы медиафайлдар
Изображения
Image-silk.png Семья Дины. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013.
Image-silk.png Дина Гарипова на телешоу «Голос». Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013.
Image-silk.png Брат, бабушка и отец Дины Гариповой
Видеофайлы
Silk-film.png О Дине Гариповой на телешоу «Голос». Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013.

Динә Ғарипова 1991 йылдың 25 мартында Татар ССР-ының Зеленодольск ҡалаһында медиктар ғаиләһендә тыуа. Атаһы Фәһим Мөхәмәт улы менән әсәһе Әлфиә Ғәзизйән ҡыҙы — медицина фәндәре кандидаттары.

Алты йәшенән Динә «Алтын микрофон» йыр театрында вокал менән шөғөлләнә (Зеленодольск ҡалаһы, вокал буйынса педагог — Елена Антонова[5]). Ҡаҙан федераль университетын тамамлай[6]. «Алтын микрофон» йыр театры мәктәбен тамамлағас, Татарстандың халыҡ артисы Ғәбделфат Сафин менән гастролдә йөрөй.

1999 йылда — «Жар-птица» Бөтә Рәсәй конкурсында (Иваново ҡалаһы) I дәрәжә лауреат, 2001 йылда «Созвездие-Йолдызлык» республика фестиваленең I дәрәжә лауреаты була, бынан һуң Динәне төрлө концерттарға һәм сараларға сығыш яһарға саҡыра башлайҙар. 2005 йылда Тарту ҡалаһында (Эстония) халыҡ-ара конкурс лауреаты була. 2008 йылда Динә «Алтын микрофон» театры менән Францияла халыҡ-ара конкурста сығыш яһай, уларҙың мюзиклы гран-при яулай.

2009 йылдан алып Роман Оболенскийҙың продюсерлыҡ студияһы менән эшләй, уның менән хеҙмәттәшлектә 2010 һәм 2012 йылдарҙа Зеленодольскиҙа соло концерттары үтә. 2010 йыл башында үҙ музыка коллективы менән «Ҡышҡы эстрада» ҡала конкурсында дебюты була, конкурста гран-при яулана.

Дина Ғарипованың репертуарында рус, татар, инглиз, итальян һәм француз телдәрендәге йырҙар бар. Ижадының төп йүнәлеше — эстрада, шулай уҡ рок стилендә лә үҙен һынай[7].

«Голос» телешоуында ҡатнашыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың 29 декабрендә, финалда Эльмира Кәлимуллинаны үтеп, Динә Ғарипова "Беренсе канал"да «Голос» телешоуында еңә (Александр Градский командаһында сығыш яһай), 1,7 миллионлап шылтыратыуҙан һәм SMS-хәбәрҙәрҙән телетамашасыларҙың 54,1 проценты (927 282 кеше) уның өсөн тауыш бирә[8]. Шоу еңеүсеһе булараҡ, йырсы «Юниверсал» тауыш яҙҙырыу студияһы менән ике йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[9]. Журналистар уны «рус Аделе»[10] һәм Сьюзан Бойл традицияларын дауам итеүсе тип һанай[11][12].

2012 йылдың 30 декабрендә Татарстан президенты указы менән Динә Ғариповаға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән почетлы исем бирелә.

«Евровидение—2013» конкурсында ҡатнашыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 19 февралендә Рәсәйҙән «Евровидение—2013» йыр конкурсында Динә Ғарипова «What If» тигән йыр менән ҡатнашасағы билдәле була, йыр швед продюсерҙары Габриэль Аларес һәм Йоаким Бьорнберг тарафынан «Автограф» төркөмөнөң элекке бас-гитарасыһы Леонид Гуткин ҡатнашлығында яҙыла.

2013 йылдың 14 майында Динә конкурстың финалына үтә. Уның «What If» (рус. Что, если?) тигән йыры 156 балл (2-се урын) ала, был уға абруйлы конкурстың финалсыһы булырға мөмкинлек бирә.

2013 йылдың 18 майында «Евровидение—2013» конкурсының финалында Динә Ғарипова 174 мәрәй менән 5-се урынды ала.

2013 йылдан — хәҙерге ваҡытҡаса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың көҙөндә Динәнең тауышын «Нотр-дам де Пари» мюзиклының йондоҙо һәм «Голос» телепроектының француз версияһы кәңәшсе-тәрбиәсеһе, француз-канад йырсыһы Гару (Garou) юғары баһалай. 2014 йылдың февралендә Гару менән Динә Ғарипованың «Du Vent Des Mots» (рус. Слова на ветер)[13] тигән дуэт композицияһы сыға.

2013—2014 йылдың көҙөндә һәм ҡышында Рәсәй ҡалалары буйлап йырсының беренсе ҙур гастроль туры үтә, ул Мәскәүҙә «Крокус Сити Холл» залы һәм Санкт-Петербургта Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә тамамлана.

2014 йылдың 30 октябрендә "Крокус Сити Холл"дағы икенсе ҙур концертында Динә тамашасыны «Два шага до любви» тигән дебют альбомы менән таныштыра.

2015 йылдың февралендә Динә Ғарипова Александр Градскийҙың Музыкаль театры актрисаһы булып китә[14], шул уҡ йылдың мартында һәм апрелендә йырсының Рәсәй буйлап өсөнсө гастроль туры үтә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йыл

2015 йылдың авгусында Ҡаҙанда йырсы кейәүгә бара. Иренең шоу-бизнесҡа ҡатнашлығы юҡ. Уның исемен Динә сер итеп тота[15].

Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2013 — «Риф-2» мультфильмы — Корделия тигән балыҡ (тауышландырыу)[16]
  • 2014 — Кураж — «Мосфильм» киностудияһы директоры секретары һәм вокал (Галла)
  • 2016 — «Бременские разбойники» мультфильмы — Принцесса (тауышландырыу)[17]

Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Студия альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы Сыҡҡан йылы Лейбл
Два шага до любви 2014 Universal Music Russia

Синглдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Атамаһы
2013 What If
2015 Россия
2016 Куңел
2016 Ты для меня
2017 Пятый элемент

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1999 — «Жар-птица» Бөтә Рәсәй конкурсының I дәрәжә лауреаты (Иваново).
  • 2001 — «Созвездие-Йолдызлык» республика фестиваленең I дәрәжә лауреаты (Татарстан)
  • 2005 — Халыҡ-ара конкурс лауреаты (Тарту, Эстония)
  • 2008 — Францияла Халыҡ-ара конкурс гран-прийы
  • 2009 — Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев премияһы номинанты, Мәскәү, «Прорыв» форумы
  • 2012 — «Голос» шоуы еңеүсеһе, «Беренсе канал».
  • 2012 — «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме.
  • 2013 — «Евровидение—2013» халыҡ-ара конкурсында 5-се урын.
  • 2014 — Рәсәй Муниципаль Академияһының премияһы[18].

Мауығыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Динә шиғыр яҙа[19].
  • Рок ярата, Nirvana төркөмө репертуарынан йырҙар башҡара[20].
  • Яратҡан яҙыусылары — Ричард Бах, Габриэль Гарсиа Маркес.
  • Яратҡан фильмы — «Мулен Руж»[21].
  • Динә өсөн Уитни Хьюстон башҡарыу өлгөһө булып тора[22]. Артистка Джош Гробан йырҙарын тыңларға ярата, Мәскәүҙә уның концертында ҡатнашып, бер нисә композицияһын башҡара[23][24].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Тимур Алимов Финалистки "Голоса" стали заслуженными артистками. Российская газета (30.12.2012). 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  2. Указ Президента Республики Татарстан № УП-1143 от 30 декабря 2012 года. rt-online.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 10 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  3. Дания стала победителем «Евровидения», Гарипова — пятая // runews24.ru
  4. Вокальный диапазон Дины // youtube.com
  5. Кто станет «Голосом» России? // chelny-izvest.ru
  6. Дина Гарипова: мой секрет на самом деле прост. ekskluziv-smi.ru. 1 август 2015 тикшерелгән.
  7. Дина Гарипова. Городской портал "Зеленодольск.RU" (28.02.2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 6 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  8. Финал. Первый канал. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 1 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  9. Галина Филоненко Дина Гарипова из Татарстана победила в шоу "Голос". Первый канал (30 декабря 2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 1 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  10. Ирина Николаева Голосом России стала Дина Гарипова. Интерновости (30.12.2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 7 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  11. Лучшим голосом России стала "Сьюзан Бойл" из Татарстана. Росбалт (01.01.2013). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 6 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  12. Александр Алексеев Дина Гарипова стала лучшим "голосом". Российская газета (30.12.2012). 6 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  13. Дина Гарипова примет участие в концертах Гару в Москве и Петербурге. РИА Новости. 12 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  14. Победительница шоу «Голос» Дина Гарипова стала актрисой Музыкального театра Александра Градского. chelny-izvest.ru. 30 июль 2015 тикшерелгән.
  15. hellomagazine Дина Гарипова вышла замуж. Blognews.am (2015-08-04).
  16. Дина Гарипова озвучила рыбку в голливудском мультфильме «Риф». www.aif.ru. 11 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  17. Дина Гарипова озвучит Принцессу в новой версии «Бременских музыкантов». www.kazan.aif.ru. 11 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  18. Дину Гарипову наградили за воспитание молодежи - 7Дней.ру. 7Дней.ру. 12 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  19. Дина Гарипова: "Люди выбирают то, что их удивляет". РЕН ТВ. 11 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  20. Нежурналист Дина Гарипова — Публикации — Первый канал
  21. Онлайн-интервью Дины Гариповой на сайте Первого Канала
  22. Евгения Коробкова Победительница шоу "Голос" Дина Гарипова: Неужели это все правда и не сон. Вечерняя Москва (30 декабря 2012). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 1 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  23. Конференция с Диной Гариповой на сайте Первого Канала
  24. Дина Гарипова: «Когда нам сообщили о присвоении званий заслуженных артисток, мы подумали, что это розыгрыш»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]