Ғарипов Фәүзи Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғарипов Фәүзи Ғариф улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 5 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мишкә районы
Вафат булған көнө 22 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эшмәкәрлек төрө «Почёт Билдәһе» ордены
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ғарипов Фәүзи Ғариф улы (рус. Гарипов Фаузи Гарипович; 5 сентябрь 1930 йыл — 22 май 2008 йыл) — уҡытыусы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе, ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәттәре республика союзының идара рәйесе урынбаҫары, 1980—2001 йылдарҙа идара рәйесе. РСФСР-ҙың 12-се, Башҡорт АССР-ының 11-се, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советтары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1-се саҡырылыш депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2000). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1989), совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1977). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәүзи Ғариф улы Ғарипов 1930 йылдың 5 сентябрендә БАССР‑ҙың Мишкә районы Мәүлит ауылында тыуған.

1950 йылда Бөрө уҡытыусылар институтын, 1960 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1971 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбенең дипломын ала.

1950 йылдан алып Илеш һәм Мишкә райондары мәктәптәрендә эшләй, 1954—1958 йылдарҙа мәктәп директоры була.

1959—70 йылдарҙа Мишкә районында партия һәм совет эшендә; 1965 йылдан башлап район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1970—2001 йылдарҙа Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәттәренең республика союзында — идара рәйесе урынбаҫары, 1980 йылдан — идара рәйесе.

2008 йылдың 22 майында Өфө ҡалаһында вафат була[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
  • «Почёт Билдәһе» (1966, 1971)
  • Дуҫлыҡ ордены (1995)
  • РСФСР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙмәткәре (1989)
  • Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1977).

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гарипов Фаузи Гарипович. След на земле. Уфа, 1998.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • ҒАРИПОВ Фәүзи Ғарип улы(недоступная ссылка)