Ғарифуллин Артур Сирен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғарифуллин Артур Сирен улы
татар. Əхмəт Хəзрəт Гарифуллин
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 24 март 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Магдебург, Германия Демократик Республикаһы
 Ғарифуллин Артур Сирен улы Викимилектә

Ғарифуллин Артур Сирен улы (Әхмәт хәҙрәт; 24 март 1986 йыл) — Рәсәй мосолман дин әһеле. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты составындағы Алыҫ Көнсығыш мосолмандары Диниә назараты рәйесе, Алыҫ Көнсығышта Рәсәй Баш мөфтөйөнөң тулы хоҡуҡлы вәкиле.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғарифуллин Артур Сирен улы 1986 йылдың 24 мартында Германия Демократик Республикаһы Магдебург ҡалаһында тыуған. Атаһы Совет армияһында хәрби хеҙмәт иткән. Ата-әсәләре сығышы менән Ҡыҙылъяр ауылынан (хәҙерге Татарстандың Баулы районы).

1989 йылда уның ғаиләһе Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһына күсә, бында ул 10-сы һанлы урта мәктәптә башланғыс белем ала. Үҫмер сағында грек-рим көрәше менән мауыға һәм 2001 йылда спорт мастерына кандидат званиеһын ала.

Октябрьский ҡалаһында Ислам институты ҡарамағында дини белем ала башлай, артабан 2003 йылда Төркиәгә Истанбулға уҡырға йүнәлтелә.

2007 йылда уҡыуҙы тамамлап Рәсәйгә ҡайта һәм аттестация үтеп, Өфөлә Рәсәй ислам университетының 3-сө курсына уҡырға инә,һәм уны 2011 йылда уңышлы тамамлай. Шулай уҡ 2007 йылда Мәскәү юриспруденция институтына уҡырға инә һәм уны 2013 йылда тамамлай.

2007 йыл аҙағында Мәскәү ҡалаһында ВДНХ-ла Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты резиденцияһында имам булараҡ дини эшмәкәрлеген башлай.

2009 йыл башында Рәсәй Баш мөфтөйө приказы буйынса Өфөлә Ләлә-Тюльпан йәмиғ мәсетенең имам-хатибы итеп тәғәйенләнә. Бер йыл үткәс, бер үк ваҡытта Рәсәй ислам университетында уҡыта башлай. 2011 йылда Рәсәй ислам университетының теология-педагогика факультеты деканы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 2014 йылдың майына ҡәҙәр үтәй.

2013 йыл аҙағында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының магистратураһына уҡырға инә һәм 2016 йылда уны персоналдың профессиональ үҫеше менән идара итеү технологы һөнәре буйынса тамамлай.

2014 йылдың майында Рәсәй Баш мөфтөйө приказы менән Алыҫ Көнсығышта Баш мөфтөйҙөң тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнгән.

2015 йылдың майынан — Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты составындағы Алыҫ Көнсығыш мосолмандары Диниә назараты рәйесе.

Хабаровск крайы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы[1].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, өс ул тәрбиәләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]