Ғарифуллин Илдар Илфат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғарифуллин Илдар Илфат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ иле  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Вафат булған көнө 22 май 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (59 йәш)
Һөнәр төрө участник лыжного двоеборья
Масса 68 килограмм
Спорт төрө саңғы ике алышы[d][2]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1984[d][3]
Баш тренер Безносов Николай Никитьевич
Бейеклеге/буйы 176 сантиметр

Ғарифуллин Илдар Илфат улы (27 май 1963 йыл22 май 2023 йыл) — спортсы, саңғы икебәйгеһе буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдар Илфат улы Ғарифуллин 1963 йылдың 27 майында Өфөлә тыуған.

СССР Ҡораллы Көстәре өсөн сығыш яһай. Н. Н. Безносов тәрбиәләнеүсеһе.

1984 йылда Финляндияның Рованиемында үткән саңғы спорты буйынса донъя чемпионатында команда беренселегендә (3х10 км эстафета) бронза миҙал яулай.

Донъя кубогы ярыштарында бөтәһе дүрт тапҡыр старт яһай. Беренсе тапҡыр ярышҡанда 1983 йылдың 29 декабрендә (Обервизенталь, ГДР) 9-сы урын яулай. Яҡшы һөҙөмтәһе — 5-се урын (7 ғинуар,1984 йыл, Шонах, ГФР). 1983/84 миҙгелендә генераль классификацияһы буйынса 17-се урынды биләй.

1984 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (индивидуаль уҙышта 23-сө урында була).

Өфө ҡалаһы СДЮШОР-ҙа трамплиндан саңғыла һикереү буйынса һәм саңғы ике төр спорты буйынса тренер-уҡытыусы

Саңғы менән трамплиндан һикереү һәм саңғы двоеборьеһы буйынса төбәк категориялы судья. Өфө ҡалаһы балаларға өҫтәмә белем биреү муниципаль мәғариф учреждениеһының «Трамплиндан саңғыла һикереү һәм двоеборье буйынса махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр өсөн олимпия резервы»ның 33-сө мәктәбе директоры.

2023 йылдың 22 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006)[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ильдар Гарифуллин — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(инг.) сайтында олимпия статистикаһы