Эстәлеккә күсергә

Ғариф (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғариф — башҡорт ир-ат исеме, төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланыла.

Ғариф исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе аҡыллы, белемле, белем эйәһе тигәнде аңлата[1].

Ғүмәров Ғариф Мортаза улы (псевдонимы Ғариф Ғүмәр; 10 декабрь 1891 йыл — 18 август 1974 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Ахунов Ғариф Ахунйән улы (18 сентябрь 1925 йыл — 4 июнь 2000 йыл) — татар яҙыусыһы, драматург, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы.

Аҡмалов Ғариф Аҡмал улы (рус. Акмалов Гариф Акмалович; 1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының 1-се батареяһы ездовойы. Гвардия сержанты. Ҡаһарманлығы өсөн ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Ҡошмөхәмәтов Ғариф Зариф улы (1901 йыл — 1958 йыл) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Чкалов өлкәһенең (хәҙер Ырымбур өлкәһе) Аҡболаҡ районы Аҡболаҡ МТС-ы директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Макаев Ғариф Дәүләт улы (14 февраль 1904 йыл — 22 ғинуар 1981 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы командиры.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ