Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы
Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 2 август 1963 (57 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Ләмәҙтамаҡ |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, статистик, дәүләт хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмғиәт эшмәкәре, викимедиец, википедист |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе[d] |
Ҡушамат | Рөстәм Нурыев |
Уҡыу йорто |
Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d] |
Ҡатнашыусы | Вики-конференция 2020[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2005) һәм хакимы (2006), «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы (2015). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин 1963 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.
1970—1979 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә (хәҙерге ваҡытта Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә) белем ала.
1979—1983 йылдарҙа Өфө иҫәпте механизациялау техникумында (хәҙерге Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы) уҡый.
1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1985—2001 йылдарҙа Мәсетле районында эшләй.
1999 йылда ситтән тороп Бөтә союз финанс-иҡтисад институтын тамамлай.
2001 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1985—1998 — механик, инженер-проектировщик, инженер-программист вазифаларын башҡара, Мәсетле районының статистик бүлегенең етәксеһе була.
1998—2001 йылдарҙа Мәсетле биләмәһе статистик бүлегенең етәксеһе була.
2001—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары.
2003—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика Комитеты етәксеһенең урынбаҫары.
2005 йылдан алып Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.
18 фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2005 йылдан алып Википедия ирекмәне. 2006 йылдың ғинуарынан Башҡорт Википедияһының ҡатнашыусыһы һәм хакимы. 2014 йыл Вики-Премияһы лауреаты.
- 2015 — 4-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) делегаты, башҡарма комитет ағзаһы.
- фоторәсемдәр
4-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) делегаттары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003)
- Статистика отличнигы (2010).
- «Совет Армияһы алдынғыһы» билгеһе (1985).
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- «2002 йылда Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе
- 2014, 2017 йылдар Вики-Премияһы лауреаты.
- «Хеҙмәт ветераны» исеме ()
- фоторәсемдәр
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 бит
- Беҙ — Мәсетле! 1-се китап: Һәр беребеҙ мөһим. — Өфө, 2014. — 237 бит
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рөстәм Нурыевҡа// шиғыр. Фирүзә Абдуллина. Ихлас күңелдән! Шиғырҙар. — Сибай, 2016 — 146 бит.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ У нас – пополнение! Региональная общественная организация «Союз журналистов Республики Башкортостан». Официальный сайт. 2018, 2 апреля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2018)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гатауллин Рустам Шакирьянович на сайте ФИНАНСОВЫЙ УНИВЕРСИТЕТ: ГОДЫ И ЛЮДИ (рус.). 8 июль 2018 тикшерелгән. (рус.)
- Рустам Нурыев. Страница автора (рус.). Проза.РУ. 20 март 2018 тикшерелгән.
- Гатауллин Рустам Шакирьянович. Карточка персоны (рус.). Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». 12 март 2018 тикшерелгән.
- Рустам Гатауллин. Страница в Викиновостях (рус.)
- Рустам Нурыев. Список пресс-релизов с упоминанием (рус.). ИА «Башинформ». 20 март 2018 тикшерелгән.
- Рустам Гатауллин. Список пресс-релизов с упоминанием (рус.). ИА «Башинформ». 20 март 2018 тикшерелгән.
Имеется версия статьи на русском языке: Проект:Двуязычность/ Рустам Шакирьянович Гатауллин. |
- 2 августа тыуғандар
- 1963 йылда тыуғандар
- Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуғандар
- Бөтә Союз финанс-иҡтисад институтын тамамлаусылар
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсылары
- Википедия:Двуязычность:Статьи на башкирском языке
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар