Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов битенән йүнәлтелде)
Ғата Сөләймәнов
Төп мәғлүмәт
Тыуған

15 июнь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе[1] 1-се Төрөкмән ауылы

Үлгән

25 июнь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (76 йәш)

Үлгән урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

йырсы, ҡурайсы, артист

Коллективтар

Башҡорт дәүләт академия драма театры; Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалар
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1955
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы (15 июнь 1912 йыл — 25 июнь 1988 йыл) — башҡорт йырсыһы, ҡурайсы һәм актёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1953) һәм халыҡ (1963) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙе[1] 1-се Төрөкмән ауылында 1912 йылдың 15 июнендә тыуған. 1926 йылда Темәскә ысын театр труппаһы килеп төшә. Тәүге башҡорт театрының тәүге артистары була улар. Ун дүрт йәшлек Ғата өсөн иһә был ысын мәғәнәһендәге байрам була, был ағайҙар йәш егеттә артислыҡ һәләтен күреп өлгөрә.

Шулай башланып китә Ғата Сөләймәновтың серле, тылсымлы ижад донъяһына илткән юлдары. Ошонда ул тәү тапҡыр сәхнәгә сыға, танылған ҡурайсы-музыкант Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов менән бергә халыҡ алдында ҡурай уйнау бәхетенә ирешә.

1928 йылда Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы уҡыусылары «Тутыйғош ҡабағында» исемле пьеса ҡуя. Унда Ғата Сөләймәнов Этвен ролен, Дауыт Юлтыйҙың «Аҡшан батыр» драмаһында ҡурайсы малай Ҡотош ролен башҡара. Был спектаклдәрҙе шул замандың күренекле режиссерҙары, педагогтар, башҡорт театрының ҙур эшмәкәрҙәре В. Мортазин, М. Мәһәҙиев ҡуя.

1943 йылда Ғата Сөләймәнов Башҡорт художество бригадаһы составында фронтҡа йүнәлә. Һуғыш яландарында үткәрелгән өс ай самаһы ваҡыт эсендә артистар туҡһанға яҡын концерт ҡуйыр¬ға өлгөрә.

1953 йылда Бухареста үткәрелгән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың IV Бөтә донъя фестивалендә лә ҡатнаша ул. 1954 йылда СССР-ҙың мәҙәни делегацияһы составында Һиндостан сәхнәләрен ҡурай менән шаулата.

Ғата Сөләймәнов, ҡурайға ғашиҡ кеше булараҡ, ғүмер буйы уны пропагандалай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың төрлө төбәктәрен гиҙеп, 250 тирәһе йыр һәм легенданы туплаған шәхес булараҡ та уның эшмәкәрлеге иғтибарға лайыҡ. Шуларҙың 150-һе уның эшкәртеүендә матбуғат баҫмаларында донъя күргән, иллеләбе ғилми баҫмаларға инеп киткән. Композитор Камил Рәхимов менән берлектә башҡорт мәктәптәренең 1−2-се кластары өсөн «Йыр һәм музыка дәрестәре» тигән методик ҡулланма әҙерләйҙәр. Ошо ҡулланма һуңынан өс тапҡыр ҡабатлап нәшер ителә. Ғата Сөләймәновтың «Ҡурай» тигән китабы ла бик билдәле. Ул 1970 һәм 1984 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырып сығарыла.

Ғата Сөләймәновтың актёр булараҡ эшмәкәрлеге үҙе үк — ҙур бер тема. Ул 1947 йылдан 1972 йылғаса — сирек быуат Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә йөҙләп спектаклдә ҡатнашып, шул самаһы уҡ образ тыуҙырған.

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1988 йылдың 25 июнендә Өфөлә вафат була.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Техникумдың икенсе курсын бөткәс, 1929 йылдың май айында Беренсе дәүләт күсмә театр менән бергә Ғата Сөләймәнов практикант-музыкант сифатында гастролгә сығып китә. Башҡорт сәхнәһе оҫталары менән бер рәттән сәхнәлә уйнап йөрөй. Күп тә үтмәй, Ғата тыуған ауылы Төркмәнгә ҡайтып, шунда эш башлай. Колхоз идараһы секретары, хисапсы булып хеҙмәт итә, ләкин сәнғәттән һис тә генә айырылмай. Бер аҙҙан район күләмендә художестволы үҙешмәкәрлектең етәксеһенә әүерелә. Колхоздарҙа йөрөп ҡайтҡан арала Баймаҡ ҡалаһының йәш һәүәҫкәрҙәре менән яңы спектаклдәр әҙерләйҙәр.

Тап ошо йылдарҙа Баймаҡта колхоз-совхоз театры ойошторола. Яңы ғына техникум тамамлаған йәштәрҙән төҙөлгән театр була был. Бында Арыҫлан Мөбәрәков, Сәхи Сәйетов, Мәхмүт Хәбибуллин ижади юлдарын башлай. Ошо коллектив бер аҙҙан Ғата Сөләймәновты ла яңынан сәхнәгә тартып ала. Бында ул артист, ҡурайсы, бухгалтер булып эшләй башлай. С. Мифтаховтың "Һаҡмар"ында Юлай образын сәхнәгә сығара.

1936 йылда Мәскәүҙән комиссия килеп төшә. Улар Башҡорт опера театрына кадрҙар әҙерләү өсөн колхоз-совхоз театрҙары артистарының уйыны менән ҡыҙыҡһына. Баймаҡта «Һаҡмар» спектаклен күргәндән һуң, Ғата Сөләймәнов уларҙың иғтибар үҙәгенә эләгә. Шулай итеп, ул Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәрхиә Сенәкәева, Ғәйшә Фәррәхова менән бергә Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт бүлегенә уҡырға китә. Һуғыш башланыу сәбәпле, улар¬ҙың уҡыуы өҙөлә. Шулай ҙа 1942 йылда улар уҡыуын Өфөлә тамамлай.

Был яңы ғына ойошторолған башҡорт опера сәнғәтенең формалашып килгән дәүере була. Юғары белемле йәш солисты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына саҡыралар.

Ҡурай сәнғәтен өр-яңы бейеклеккә күтәреүе, башҡорт халҡының рухи байлығын үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн 1971 йылда ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғата Сөләймәнов «Аҡбуҙат», «Ҡарлуғас», «Ашҡаҙар» кеүек тәүге башҡорт операларында баритон партияларын башҡара. Бигерәк тә А. Спадавеккиа менән Х. Заимовтың «Аҡбуҙат» исемле тарихи-героик әҫәрҙәрендә Һәүбән батыр һәм Мәсем хан образдары йәш солисҡа уңыш килтерә.

Ҡарағол, Иван Иванович, Һөйөндөк, Кондрат Петрович (Дауыт Юлтый, «Ҡарағол»), Ғайса (Сәғит Мифтахов, «Зимагорҙар»), Шатморат (Баязит Бикбай, «Ҡарлуғас»), Аҡназар (Б. Бикбай, «Ҡаһым түрә»), Әжмәғол ҡарт (Мостай Кәрим, «Ҡыҙ урлау»), Монтано (В. Шекспир, «Отелло»), Петрушин (Л. Толстой, «Тере мәйет») һәм башҡа ролдәрҙе башҡарып, үҙен башҡорт драма сәнғәтенең күренекле оҫтаһы итеп таныта.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1971)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1963)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1953)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баймаҡ ҡалаһындағы балалар сәнғәт мәктәбенә Ғата Сөләймәнов исеме бирелгән[2].
Ғата_Сөләймәновҡа_иҫтәлекле_таҡтаташ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.