Мәжит Ғафури

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мәжит Ғафури
башҡ. Мәжит Ғафури,
татар. Мәҗит Гафури
Мәҗит Гафури.jpg
Исеме:

Ғәбделмәжит Нурғәли улы Мәжитов

Тыуған көнө:

20 июль (1 август) 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Еҙем-Ҡаран,
Стәрлетамаҡ өйәҙе,
Өфө губернаһы[1]

Вафат көнө:

28 октябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (54 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, СССР

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСоветтар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Китаптарының теле:

башҡорт, татар

Наградалары:

Geroy Truda Znak.png Хеҙмәт Геройы; Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923)

mazhit-gafuri.ru

Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы, Мәжит Ғафури (20 июль (1 август1880, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Еҙем-Ҡаран — 28 октябрь 1934, Өфө) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923), башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы.

Тормош юлы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы 1880 йылдың 1 авгусында (20 июль) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған.

  • Ете йәштә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
  • Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.
  • 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.
  • 1904 йылда Ҡаҙанда «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
  • 1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.
  • «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.
  • 1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.

Иҫтәлек[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙең йорт-музейы

Халыҡ шағирының исеме уның тыуған районына һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрына бирелгән, уның алдындағы майҙансыҡҡа әҙиптең һәйкәле ҡуйылған. 1948 йылдан Өфөлә М. Ғафуриҙең йорт-музейы эшләй.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Шиғырҙар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Ишан шәкерттәренә», 1902
  • «Себер тимер юлы»
  • «Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле»
  • «Ғилем»
  • «Йәш ғүмер»
  • «Ваҡыт етте», 1905
  • «Шатлыҡ йыры», 1905
  • «Хөрриәт дәүерендә», 1905
  • «Бай кеше», 1905 («Бай», 1907)
  • «Ике ҡош», 1906
  • «1906 йылдың 1907 йылға васыяты»,
  • «Етенсе йылдың яуабы»
  • «Беҙҙең көндәр», 1907
  • «Үҙем һәм халҡым», 1912
  • «Мин ҡайҙа», 1912
  • «Бир ҡулыңды», 1920
  • харыҡты кем ашаған

Хикәйәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Фәҡирлек менән үткән тереклек», 1904
  • «Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ»
  • «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын»
  • «Үгәй балалар»
  • «Онотолған енәйәт»
  • «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә»

Повестар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Ҡара йөҙҙәр», 1926
  • «Шағирҙың алтын приискыһында», 1930
  • «Тормош баҫҡыстары».

Поэмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Эшсе», 1921

Драмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Ҡыҙыл йондоҙ», 1925

Китаптары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Себер тимер юлы йәки әхүәле милләт», Ырымбур.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.(урыҫ.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.(урыҫ.)
  • Мажит Гафури : биобилиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А.- З. Валиди РБ, 2010. — 202 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]