Ғафуров Әнүәр Ғәбделмәжит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғафуров Әнүәр Ғәбделмәжит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 27 ноябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 июль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Ғафуров Әнүәр Ғәбделмәжит улы (27 ноябрь 1910 йыл6 июль 1977 йыл) — журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың өлкән улы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әнүәр Ғәбделмәжит улы Ғафуров 1910 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡалаһында яҙыусы Мәжит Ғафури һәм уның ҡатыны Зөһрә Ғафури ғаиләһендә донъяға килә.

19181927 йылдарҙа 2-се баҫҡыслы Беренсе совет мәктәбендә (хәҙер — 3-сө гимназия) уҡый.

Мәскәү туҡыу сәнәғәте институтының туҡымаларҙы художестволы биҙәү бүлегенә уҡырға инә.

Бер үк ваҡытта баш ҡаланың «Коммунист» гәзите редакцияһында эшләп ала. Бында Муса Йәлил менән таныша. «Эшсе» операһын яңыртып ҡуйыу һәм «Ҡара йөҙҙәр» әҫәре мотивтары буйынса яңы опера булдрыу ниәте менән яна улар.

1933 йылда атаһы Мәжит Ғафуриҙың һаулығы насарайыу сәбәпле, уҡыуын ташлап ҡайтырға мәжбүр була.

Шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, артабан — Ҡазан педагогия институтында уҡыуын дауам итә.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19391940 йылдарҙа Әнүәр Ғафури Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, командирҙар курсында уҡый, һәм 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 11-се гвардия армияһы составында бик күп алыштарҙа ҡатнаша, хәрби журналист вазифаһын башҡара[2]. Хәрби юлы Подмосковьенан (Сухиничи) Көнигсбергҡа тиклем дауам итә[3].

Тарихи белешмә 1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың февраль башына тиклем 11-се гвардия уҡсылар дивизияһы Калуга өлкәһе биләмәһендә, Жиздра йылғаһының көньяҡ сигендә, оборона тота.

Артабан Орёл ҡалаһы районында Курск алышында ҡатнаша. 1943 йылдың октябрендә Невель районында туплана. 1943 йылдың 24 декабрендә 11-се дивизия, башҡа частар менән берлектә, Городокты, ҙур тимер юл үҙәген, яулай. Шунан бирле ул 11-се гвардия Городок, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов орденлы уҡсылар дивизияһы тип атала башлай. Белоруссия стратегик һөжүм итеү операцияһында (Багратион операцияһы) ҡатнаша, дивизия яугирҙары Витебск өсөн һуғышта, Неман йылғаһын кискәндә һәм өс көн эсендә 60 километр арауыҡты үтеп, плацдарм яулауҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Һуңғараҡ Гумбиннен һәм Көнсығыш Пруссия операцияларында, Көнигсберг ҡәлғә-ҡалаһын алыуҙа һәм Пиллау ҡалаһы районындағы алыштарҙа, ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғафуров Әнүәр Ғәбделмәжит улы — башҡорт публицистикаһы үҫешенә шаҡтай өлөш индергән шәхес. 1930-сы йылдарҙан уҡ ижад эше менән шөғөлләнә. Очерктар, хикәйәләр, шиғырҙар һәм фельетондар яҙа, матбуғат биттәрендә төрлө темаға яҙылған мәҡәләләре донъя күрә.

1935 йылда СССР Журналистар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

Һуғыштан һуң Әнүәр Мәжит улы Ғафуров Башҡортостан радиокомитетында музыкаль тапшырыуҙар буйынса мөхәррир булып эшләй. Очерктар, шиғырҙар, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хикәйәләр яҙа, радиоспектаклдәр сйенарийын төҙөй.

«Белем» йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы, лектор-пропагандисы була.

19501970-се йылдар Әнүәр Ғафури өсөн уңышлы һәм емешле осор була. Был йылдарҙа әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре «Совет Башҡортостаны», «Советская Башкирия», «Ҡыҙыл таң», «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры» гәзиттәрендә, «Пионер» журналында баҫыла. Ҡайһы бер мәҡәләләре Украина, Ҡаҙағстан, Татарстан баҫмаларында донъя күрә[4].

Әнүәр Мәжит улы фортепианола яҡшы уйнай, халыҡ йырҙарын, «Эшсе» операһынан Ниғмәт арияһын башҡарған. Сәлих Сәйҙәшевтың хәрби маршын еренә еткереп уйнаған.

Әнүәр Ғафуров ҡатыны Разия Ғосман ҡыҙы менән ике улын, Рәиф менән Хәлитте, тәрбиәләп үҫтерә.

Рәиф Әнүәр улы Ғафуров — физика-математика фәндәре докторы, астрофизик, Мәскәүҙә эшләгән.

Хәлит Әнүәр улы — массаж яһаусы. Бөтә Союз массажистар курсын тамамлаған. Балалар өсөн әкиәттәр, ҡыҫҡа хикәйәләр ижад итә. Ҡатыны Люция менән улдары Мирсәйетте тәрбиәләй[5].

Мәжит Ғафури ижадын өйрәнеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыусыларын бигерәк тә атаһы, Башҡортостандың тәүге Халыҡ яҙыусыһы Мәжит Ғафури тураһындағы хәтирәләре ҡыҙыҡһындыра. Әнүәр Ғафуриҙы осрашыуҙарға, кисәләргә йыш саҡыралар. Әнүәр Ғафури атаһы Мәжит Ғафуриҙың тормош юлын һәм ижадын халыҡҡа еткереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарған.

«Совет Башҡортостаны» гәзитендә «Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар образы», «Онотолмаҫ көндәр», «Шағирҙың яҡын дуҫы», «Илле йыл үткәс», «Дауыт Юлтыйҙың Мәжит Ғафуриға хаттары», «Шағир образы» һәм башҡа мәҡәләләре менән сығыш яһай.

1953 йылда үҙе туплаған материалдар нигеҙендә «Нәфрәттең тыуыуы» (Рождение гнева) исемле китап әҙерләп сығара.

Республика радиоһы аша «Шағир йөрәге», «Һүнмәҫ мөхәббәт», «Яҙыусы һәм заман», «Туған моңдар», «Далалағы хәл», «Халыҡ йырсыһы», «оло тантана», «Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури» тигән тапшырыуҙар ойоштора.

Шул уҡ ваҡытта шағирҙың Өфөләге Мемориаль йорт-музейында һәм райондарҙа даими рәүештә лекциялар уҡый, әңгәмәләр үткәрә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит.
  • Анвар Гафури. Далекое, невозвратимое…

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). Миңлеғәли Нәҙерғоловтың «Ҡәҙерле хәтирәләр» тигән инеш һүҙенән — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит
  2. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). Миңлеғәли Нәҙерғоловтың «Ҡәҙерле хәтирәләр» тигән инеш һүҙенән — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит
  3. Гафури Анвар Мазитович
  4. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). Миңлеғәли Нәҙерғоловтың «Ҡәҙерле хәтирәләр» тигән инеш һүҙенән — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит
  5. Об Анваре Гафури
  6. Әнүәр Ғафури. Атайым (Мәжит Ғафури тураһында хәтирәләр). Миңлеғәли Нәҙерғоловтың «Ҡәҙерле хәтирәләр» тигән инеш һүҙенән — Өфө: «Китап», 2001. — 175 бит