Ғаяз Исхаҡи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғаяз Исхаҡи
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of Turkey.svg Төркиә
Тыуған көнө 23 февраль 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ҡазан губернаһы,Кутлушкино[d]
Вафат булған көнө 22 июль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Төркиә, Истанбул
Ерләнгән урыны кладбище Эдирнекапы[d]
Һөнәр төрө шағир, драматург-режиссёр, журналист, сәйәсмән

Ғая́з Исхаҡи́ (Иделле, татар. Ğayaz İsxaqıy, Гаяз Исхакый 1878 йылдың 23 февралендә Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Яуширмә ауылында тыуған — 22 июль 1954 йылдың 22 июлендә вафат булған) — татар милли хәрәкәте эшмәкәре, яҙыусы, публицист, нәшерсе һәм сәйәсмән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яуширмә ауылында тыуған (хәҙер Татарстандың Чистай районы Кутлушкино ауылы). Сығышы татар-мишәр.

Чистай һәм Ҡазан ҡалалары мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1899 йылда Ҡазанда урыҫ уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә. Ғаяз Исхаҡи XIX быуат аҙағында әҙәби эшмәкәрлеген башлай. Уның «Танып-белеү шатлығы» тигән беренсе әҫәре 1896 йылда донъя күрә һәм уҡыусылар араһында ҙур уңыш ҡаҙана. Артабанғы йылдарҙа ул «Башлыҡ оҫтаханаһынан бер ҡыҙ», «Хәйерсе ҡыҙы», «Бай улы», «Ике мөхәббәт» әҫәрҙәрен һәм башҡа роман һәм драмаларын ижад итә.

1905 йылғы революциянан һуң, йәғни матбуғат һәм һүҙ азатлығы алғандан һуң, уның әҙәби эшмәкәрлеге айырыуса көсәйә. Нәҡ ошо дәүерҙә — 1905 йылдан алып 1917 йылға тиклем — ул үҙенең күпселек әҫәрҙәрен, яҡынса 30 әҫәрен — роман, драма һәм хикәйәләрен яҙа. Был осорҙа «Тамуҡ», «Был тормошмо?», «Мулла бабай», «Һалдат», «Һаташыуҙар», «Зөләйха», «Уҡытыусы» һәм башҡа иң билдәле әҫәрҙәрен баҫтыра. «Зөләйха» һәм «Уҡытыусы» классик драмалары татар театры сәхнәләрендә 1923 йылға тиклем, совет етәкселеге уның эмиграцияға китеүе һәм большевиктарға ҡаршы эшмәкәрлеге тураһында белгәнсе, ҡуйыла. Һуңыраҡ уның әҫәрҙәрен баҫыу тыйыла. Совет осорона тклемге һәм совет дәүере әҫәрҙәрҙәрендә ул татар халҡының көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һәм батша хөкүмәтенең милли иҙеүенә ҡаршы көрәшен һүрәтләгән. Ул халыҡты мәҙәниәткә, азатлыҡҡа, ҡыҫырыҡлауҙарға һә ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшкә саҡырған.

Үҙен сираттағы ҡулға алған һәм Архангельск губернаһына һөргөнгә оҙатҡан осорҙа, Ғаяз Исхаҡи Польшаның буласаҡ премьер-министры — Юзеф Пилсудский тотолған камераға эләгә. Дуҫлашып алғандан һуң, Исхаҡи һәм Пилсудский батша ҡоролошона ҡаршы сәйәси көрәш тураһында ҡыҙыу фекер алыша. Исхаҡи Пилсудскийҙың сәйәси ҡарашы тулыһынса формалашыуына билдәле бер йоғонто яһағындыр тип һанарлыҡ ҡайһы бер нигеҙ бар.

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың майында Мәскәүҙә беренсе Бөтә рәсәй мосолмандары съезы булып үтә. Ғаяз Исхаҡи был съезды әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Был конгреста әзербайжан эшмәкәре Рәсүл-Заденың федератив демократик Рәсәй составында төрки-мосолман халыҡтарының территориаль автономияһын булдырыу тураһындағы резолюцияһы ҡабул ителә. Ғаяз Исхаҡи тәҡдиме менән конгреста Үҙәк Милли Совет ойошторола. Был Советҡа элекке империяла йәшәгән төрки-мосолман халыҡтарының мәҙәни, милли, дини һәм сәйәси бурыстарын хәл итеү эше йөкмәтелә.

1917 йылдың 21 июленән 31 июленә тиклем Ҡазанда бер юлы өс конгресс: Рәсәй мосолмандарының Хәрби Шураһы, руханиҙар конгресы һәм Икенсе дөйөм мосолман конгресы ултырышы уҙғарылған. Уларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Саҙрый Мәҡсүҙи һәм Ғаяз Исхаҡи ҙур роль уйнаған өс конгрестың берлектәге ҡоролтайында, 1917 йылдың 23 июлендә, Иҙел буйы һәм Урал татарҙарының милли-мәҙәни автономияһын булдырыу иғлан ителә.

1917 йылдың 20 ноябрендә Өфө ҡалаһында татар милли дәүләтселеген ныҡлап ойоштороу маҡсатында милли йыйылышҡа йыйылалар. Бында алты комиссиянан торған милли идаралыҡ ойошторола. Ғаяз Исхаҡиға тышҡы сәйәсәт комиссияһын етәкләү йөкмәтелә. 1918 йылдың апрелендә Татар-Башҡортостан ҡала һәм ауылдарын большевистик ғәскәрҙәр яулағандан һуң, Милли Идара бөтөрөлә. Ғаяз Исхаҡиҙың типографияһын һәм «Ил» гәзите редакцияһы мөлкәтен большевиктар тартып ала. Исхаҡи йәшерен эшләргә (подпольеға китергә) мәжбүр була.

Граждандар һуғышы осоронда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәй 1918 йылдың йәйендә чехословак корпусы частары большевиктарҙы Иҙел буйынан һәм Уралдан ҡыуа. Ғаяз Исхаҡиҙың әүҙем ҡатнашыуы арҡаһында Милли Идаралыҡ Өфө ҡалаһында үҙ эшен яңырта. 1918 йылдың авгусында Ҡазанда татар халыҡ армияһы ойошторола. Әммә большевиктарға ҡаршы позиция биләгән татар-башҡорттар, адмирал Колчак яғынан дошмандарса мөнәсәбәт булыу сәбәпле, фажиғә кисерә. Колчак милли идаралыҡ эшмәкәрлеген тыя.

Иҙел буйын һәм Уралды большевиктар икенсе тапҡыр биләгәндән һуң, Исхаҡи етәкләгән Милли Идаралыҡ эшмәкәрлеге Себергә, Петропавловск ҡалаһына күсерелә. Петропавловскиҙа Ғаяз Исхаҡи «Маяҡ» гәзитен сығара башлай. 1920 йылда Волга буйында һәм Уралда большевиктар власы ныҡлы урынлашҡандан һуң, Ғаяз Исхаҡи илен ташлап китергә мәжбүр була.

Эмиграцияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эмиграция Ғаяз Исхаҡ башлыса сәйәси эш менән шөғөлләнә, әммә үҙенең әҙәби эшмәкәрлеген туҡтатмай. Эмиграцияла яҙылған «Ике ут араһында» һәм «Тулҡын өҫтөндә» драмалары, «Өйгә ҡайтҡан юл буйлап», «Көҙ», «Бөйөк байрам» романдары һәм хикәйәләре, комедияһы «Жан Байвич» комедияһы иң билдәле әҫәрҙәре рәтендә. Был әҫәрҙәрҙә батша хөкүмәтенең татар халҡын ҡыҫырыҡлауы, татарҙарҙың иҙелеүгә дусар булыуы һәм фажиғәле яҙмышы төп мотив тәшкил итә. Йәшерен Большевиктар Ғаяз Исхаҡиҙың ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби эшмәкәрлеген йәшерә һәм совет осоронда уның исемен татарҙарҙың күпселеге белмәй.

1928 йылда ул Берлинда «Милли юл» журналын сығара башлай. Бик бай материалдар нигеҙендә был журнал Татар һәм Башҡорт республикаларында большевиктар сәйәсәтен анализлай.

1934—1938 йылдарҙа Ғаяз Исхаҡи Маньчжурия, Корея, Япония, Ғәрәп ярымутрауы һәм Финляндия. буйлап сәфәр ҡыла. Был илдәрҙә ул татар эмигранттарын ойоштороу буйынса эштәр үткәрә. Эмигрант татарҙарҙың байтаҡ өлөшө йәшәгән Алыҫ Көнсығышҡа барған сағында Исхаҡи «Милли байраҡ» гәзитен баҫыуҙы ойошторған. Был ваҡытта Алыҫ Көнсығышта саҡырылған Милли Ҡоролтай Ғаяз Исхаҡиҙы Милли Советы рәйесе итеп һайлай.

Мукден ҡалаһында 1935 йылдың февралендә уның инициативаһы буйынса Мукден конгресысаҡырыла.

Польшаға барған сағында Варшава Ғаяз Исхаҡи «Һеҙҙең һәм беҙҙең азатлыҡ өсөн!» билдәле лозунг уның девизы булған Варшава ҡалаһы «Прометей» ойошмаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем «Прометей» ҡайһы бер халыҡтарҙың большевиктарға ҡаршы йүнәлтелгән азатлыҡ хәрәкәтенең координация үҙәге булған. Берүбереһенә һөжүм итмәү тураһындағы совет-герман пакты, шулай уҡ унан һуң тормошҡа ашырылған Польшаны бүлгеләү Исхаҡиҙың сәйәси эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата. «Прометей» ойошмаһында ҡатнашыусылар Варшаваны ташлап китергә мәжбүр була. Берлинда сыҡҡан «Милли юл» журналы германия хөкүмәте күрһәтмәһе менән 1939 йылдың сентябрендә ябыла.

Төркиәлә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғараҡ Ғаяз Исхаҡи Төркиәгә күсә, һәм унда үҙенең сәйәси һәм әҙәби эшмәкәрлеген дауам итә. Илле йыллыҡ сәйәси, публицистик һәм әҙәби эшмәкәрлеге дауамында Ғаяз Исхаҡи ундан артыҡ татар гәзит һәм журналдары баҫтырып сығарыу инициаторы була, һәм әле лә үҙенең әһәмиәтен юғалтмаған иллегә яҡын әҙәби һәм публицистик әҫәр яҙа.

Ғаяз Исхаҡи Анкарала вафат була, Эдернекапы зыяратында (Истанбул, Төркиә) ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаяз Исхаҡиҙың «Зөләйха» трагедияһы, оҙайлы өҙөклөктән һуң, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театрында 1992 йылда өлөшләтә һаҡланған клавир буйынса (партитураһы юғалған) Солтан Ғәбәши музыкаһы менән ҡуйыла.

1993 йылда Татарстан Республикаһының Чистай районы Кутлушкино ауылында Ғаяз Исхаҡиҙың тарихи-мемориаль һәм этнографик музейы[1]асылды.

2005 йылда Ҡазандағы «Рамай» киностудияһы «Зөләйха» трагедияһы (режиссёры Рәмил Төхвәтуллин) мотивтары буйынса фильм төшөрә.

Аҙнаҡай, Чистай, Сарман һәм Ҡазан урамдары Ғаяз Исхаҡи исеме менән аталған[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сайт Гаяза Исхаки — http://isxaki.com