Ғибатов Франгил Ғиззәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғибатов Франгил Ғиззәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 апрель 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Ҡалмаҡтар ауылы, Салауат ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре кандидаты[d]

Ғибатов Франгил Ғиззәт улы (рус. Гибатов Франгиль Гиззатович; 12 апрель 1935 йыл ) — хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Физика-математика фәндәре кандидаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғибатов Франгил Ғиззәт улы 1935 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ҡалмаҡтар ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1956 йылда, Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлағас, Нуриман районы Рәтүш ауылында уҡытыуы булып башлай. 1957—1968 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. Артабан уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, ВЛКСМ-дың Салауат район комитеты секретары, комсомол обкомы инструкторы, Өфө фәнни-тикшеренеү-институтында (УфНИИ) инженер, Башпотребсоюз төҙөлөш идараһында партком рәйесе. 1968—1981 йылдарҙа Өфө авиация институтында әйҙәүсе инженер, математик-программист, проекттың баш конструкторы, С. М. Киров исемендәге заводтың бүлек мөдире һәм профком рәйесе.

1981—1991 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге заводтың генераль директор урынбаҫары. 1992 йылдан «Ай» производство-коммерция берләшмәһенең генераль директоры. [1]

[2] Өфө ҡалаһының Киров районы 17-се Батыр һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.

Өйләнгән, бер ҡыҙ үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]