Эстәлеккә күсергә

Ғижек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тажикстан, Ҡаҙағстан менән берлектә сығарылған почта маркаһындағы ғижек (дүрт ҡыллы)
Үзбәкстан почта маркаһындағы ғижек

Ғижек (перс. غيژک‎, таж. ғижжак, ғиҷҷак; ҡырғ. кыяк, төркм. gyjak; үзб. g`ijjak, ғижжак) – Урта Азия (тажиктар, төркмәндәр, үзбәктәр, уйғырҙар, ҡырғыҙҙар) халыҡтарының ҡыллы һыҙғыслы инструменты, фарсы кәмансәһенең яҡын туғаны. Ҡоралдың корпусы шар формаһында ( ҡабаҡ, эре сәтләүек, ағас йәки башҡа материалдардан), тире менән ҡапланған. Ғижек ҡылдары һаны даими түгел, йышыраҡ өс. Өс ҡыллы ғижектең төҙөлөшө кварталы, ғәҙәттә — es1, as1, des2 (беренсе октавалағы ми-бемоль, ля-бемоль, икенсе октавалағы ре-бемоль). Ҡоралдың диапазоны яҡынса бер ярым октаваны үҙ эсенә ала.

Уйын барышында ғижекте вертикаль тоталар, һуған формалы һыҙғыс менән уйнайҙар. Хәҙерге ғижектәрҙең дүрт ҡылы була.

  • 2004 йылда Тажикстан почтаһы Казпочта менән берлектә "Ғижек" (тажик) һәм «Адырна (ҡаҙаҡ) төшкән маркалар баҫтырып сығара.

Ғижекте урта быуат фарсы ғалимы, философы һәм табибы Әбүғәлисина беҙҙең эраның XI быуатында уйлап таба.

Ҡоралдың тауышы ачыҡ, бер аҙ тыңҡыш. Ғижек төрлө жанрҙағы вокаль-инструменталь пьесаларҙа киң ҡулланыла, көйҙө гетерофония принцибы буйынса ҡабатлай[1].

  1. ГИДЖА́К / Е. М. Фраёнова // Гермафродит — Григорьев. М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — С. 65. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 7). ISBN 978-5-85270-337-8.