Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (66 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө химик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d][1]

Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы (2 ғинуар 1958 йыл) — химик. Техник фәндәр докторы (2004).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим Рифғәт улы Ғиззәтуллин 1958 йылдың 2 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1987 йылда Органик химия институтына күсә: бында 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан лаборатория мөдире вазифаһын башҡара. 1996 йылан башлап Башҡортостан Республикаһынының энергия ресурстары транспорты проблемалары институтында (ИПТЭР дәүләт униатр предприятиеһы) эшләй[2], бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 2000 йылдан — Өфөлә «Ада» ғилми производство фирмаһының генераль директоры. Әлеге предприятие изоляцион материалдар етештереү менән шөғөлләнә[3]. 2006 йылдан алып «Ада» ҒПП-һы Мәскәүҙә урынлаша (2013 йылда бөтөрөлә). Хәҙерге ваҡытта Р. Р. Ғиззәтуллин — шәхси эшҡыуар[4].

2004 йылда «Усовершенствование метода защиты магистральных трубопроводов от коррозии в трассовых условиях на основе разработанных новых изоляционных материалов» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (фәнни консультанты профессор Р. С. Ғүмәров)[5].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр берләшмәләрҙең стабилләшеү һәм иҫкереү проблемаларына, металдарҙы коррозиянан һаҡлау өсөн композициялы материалдар эшләүгә арналған. Р. Р. Ғизтуллин тарафынан битум-полимер мастикалар, изоляциялау таҫмалары һәм йәбештергес составтар эшләнә, улар РФ, Беларусь Республикаһында үткәргес торба транспорты предприятиеларында ҡулланыла.

30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми хеҙмәте:

Правила технической эксплуатации магистральных нефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.); Защитные покрытия для трубопроводов. СПб., 2004 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]