Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 15 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 август 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө йырсы, етәксе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15 октябрь 1937 йыл Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Нәби ауылы — 1 август 2003 йыл) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлин 1937 йылдың 15 октябрендә Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. Үҙ ауылында — башланғыс, 1954 йылда Байназарҙа урта мәктәп тамамлап, бер йыл колхозда малсылыҡта эшләй.

1955 йылда Стәрлетамаҡ ауыл профессиональ-техник училищеһының комбайнсылар курсына уҡырға кереп, 1956 йылдың яҙында Бөрйән МТС-ына комбайнсы булып ҡайта. Өс йыл рәттән колхозда иген йыйыуҙа ҡатнаша.

Уның тәү башлап ысын сәхнәгә сығып, халыҡ алдына йырларға батырсылыҡ итеүе лә тап ошо МТС-та комбайнсы булып эшләп йөрөгән мәлдәрендә башлана.

Тәүҙә ул МТС-тың художестволы үҙешмәкәрлек коллективы менән үҙҙәренең ауыл клубында сығыш яһай. Ауылдаштары уны ихлас алҡышлайҙар. Шул уҡ 1956 йылда ул "Азамат"ты йырлап, район олимпиадаһында беренсе урын ала һәм шул көндән сәхнәнән төшмәй тиерлек.

1958 йылда Ғилман Сәфәрғәлин Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехника факультетына уҡырға инә.

1963 йылда тыуған ауылына ҡайтып, Ғилман ике йыл колхозда зоотехник булып эшләй. 1965 йылда Өфөгә күсеп килеп, дүрт йыл буйы ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ошо осорҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай. 1966—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

1969 йылда Бөрйән район ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник, 1974—1980 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» колхозында рәйес була.

1980—1982 йылдарҙа ауыл хужалығы продукттарын һатыу һәм сифат буйынса инспектор, 1982—1989 йылдарҙа район ауыл хужалығы органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара.

1989—1991 йылдарҙа район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1991—1993 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләй.

«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, «Почёт билдәһе» ордены (1986) уның районыбыҙҙың ауыл хужалығын күтәреүгә һалған фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора.

Йырсы булараҡ Ғилман Сәфәрғәлиндың 50-се йылдар аҙағында уҡ башланған ижад юлы район, республика һәм элекке Союз күләмендә үткәрелгән бик күп бәйгеләрҙә, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа беренсе урындар менән билдәләнгән.

60-сы йылдар уртаһында уҡ әле ул I Бөтә Рәсәй художестволы үҙешмәкәрлек смотрының лауреаты исемен ала.

Башҡортостанда йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призына арналған I республика конкурсында ла еңеүсе була.

1973 йылда үҙәк телевидиеның «Минең адрес — Советтар Союзы» тигән тапшырыуында ауылдашы ҡурайсы Дәүләтбай Рәхмәтуллин менән бергә сығыш яһай.

Свердловскиҙа халыҡ таланттарының I Бөтөн Союз смотры зона бәйгеһендә лауреат исемен яулай. Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй фольклор концертында ҡатнаша.

Ғилман Сәфәрғәлиндың репертуарында илленән артыҡ йыр иҫәпләнә. Уның башҡарыуында «Зөлхизә», «Уйыл», «Сибай», «Илсе Ғайса», «Томан», «Мәҙинәкәй», «Хисам», «Порт-Артур», «Түрәкәй», «Зәлифәкәй», «Ҡаһым түрә», «Сәлимәкәй», «Ҡолой кантон» һымаҡ башҡорт халыҡ йырҙары үҙенсәлекле яңғырай.

1985 йылда Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлингә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы,
  • «Почёт билдәһе» ордены (1986)

Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәшлек гәзите. 5 октябрь 2021, Тарихи фото. 1987 йыл. Бөрйән районы. Ғилман Сәфәрғәлин йырлай. Тарихи фото.1987 йыл. Бөрйән районы[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәшит Шәкүр. Бөрйән хазинаһы/Сыңрау торналар иле.Өфө,1996.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]