Ғилметдинов Альберт Харис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Альберт Харисович Гильмутдинов
татар. Альберт Харис улы Гыйльметдинов
Ҡалып:CSS image crop
Тыуған көнө:

27 июль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Казань, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшләгән урыны:

Казанский национальный исследовательский технический университет

Ғилми дәрәжәһе:

доктор физико-математических наук

Уҡыу йорто:

Казанский государственный университет

Награда һәм премиялары

Ғилметдинов  Альберт Харис улы (татар. Альберт Гыйльметдин Харис улы; род. 27 июленән 1956 йылда, Ҡазан, СССР) — физика-математика фәндәре докторы, А.Н.Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренү техник университеты (КНИТУ-КАИ) ректоры (2013 йылдың мартынан). Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2008 йыл), КДУ-ның дөйөм физика кафедраһы профессоры. Татарстан Республикаһы мәғариф һәм фән министры (2009 йылның 17 мартынан 2012 йылдың 20 сентябренә тиклем).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альберт Ғилметдинов1956 йылдың 27 июлендә Ҡазанда тыуған. 1978 йылда Ҡазан дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған.

1984-2000 йылдарҙа — ассистент, артабан Ҡазан дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы доценты булып эшләй.

1991-1998 йылдарҙа АҠШ, Канада һәм Европа университеттарына профессор итеп саҡырыла.

2000-2007 йылдарҙа — КДУ-ның дөйөм физика кафедраһы профессоры. 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «Технологияларҙы коммерцияләштереү нигеҙҙәре» йүнәлеше буйынса тамамлай.

2007-2008 йылдарҙа Татарстан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары.

2009 йылдың 17 мартында Татарстан Президенты Минтимер Шәймиев Ғилметдиновты Татарстан Республикаһы мәғариф һәм фән министры вазифаһына тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы[1]. 2012 йылдың 20 сентябрендә «икенсе эшкә күсеү сәбәпле» вазифанан бушатылды.[2].

2012 йылдың 20 сентябрендә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов А.Н.Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университеты (КНИТУ-КАИ) ғалимдәренә юғары уҡыу йорто ректоры вазифаларын башҡарыусы вазифаһына Альберт Гилметдиновты тәҡдим итте. Уның кандидатураһы хупланды. 2012 йылдың 21 сентябренән 2013 йылның 15 апреленә тиклем ул КНИТУ-КАИ ректоры вазифаларын башҡарҙы.

Әлеге ваҡытта А.Н.Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университетының (КНИТУ-КАИ) ректоры булып эшләй.

2017 йылдың мартынан — техник университеттар Ассоциациаһының вице-президенты.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә миҙалы (2017)[3]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы (2010)
  • Ухан университетының почетлы профессоры (Ҡытай, 2007)
  • «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (2007)
  • «Иң мөһиме спектроскопияһы үҫешенә индергән өлөшө өсөн» миҙал һәм Маркус йоханус Марси исемендәге халыҡ-ара премия (1998)

Китаптары һәм баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

    • Гильмутдинов, Альберт Харисович. Уроки лидерства: курс личностного развития / А.Х. Гильмутдинов, А.А. Гильмутдинова ; Мин-во образ-я и науки РФ, ФГБОУ ВПО КНИТУ-КАИ им. А.Н. Туполева. - Казань : Изд-во КНИТУ-КАИ, 2016. - 260 с.
    • М.В. Морозов, А.Х. Гильмутдинов, М.Х. Салахов, «Влияние шероховатости поверхности на электрохимическую активность никелевых электродов», Учен. зап. Казан. ун-та. Сер. Физ.-матем. науки, (2013), 119-126
    • А.Х. Гильмутдинов, К.Ю. Нагулин, И.В. Цивильский, «Атомизация вещества в двухстадийном термохимическом реакторе для аналитической спектрометрии», Учен. зап. Казан. ун-та. Сер. Физ.-матем. науки, (2011), 71-84
    • М.В. Морозов, А.Е. Староверов, А.Х. Гильмутдинов, М.Х. Салахов, «Трехмерная структура электромагнитных полей в индуктивно-связанной плазме», Учён. зап. Казан. гос. ун-та. Сер. Физ.-матем. науки, (2008), 67-72
    • Ориентация оси электромагнитного поля винтового индуктора для индуктивно-связанной плазмы. Р.А. Ибрагимов; А.Е. Староверов; А.Х. Гильмутдинов // Ученые записки КФУ. Физико-математические науки 2008 N3
    • А.Х. Гильмутдинов, А.В. Волошин, К.Ю. Нагулин, «Атомно-абсорбционная спектрометрия с пространственным разрешением», Усп. хим., (2006), 339-35

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Президент Татарстана назначил сразу четырех новых министров. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 май 2011.
  2. Министр образования Татарстана Гильмутдинов отправлен в отставку  (рус.) (2012-09-20).
  3. Ректору КНИТУ-КАИ вручили медаль ордена «За заслуги перед Отечеством».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]