Ғиләжетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғиләжетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 15 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 30 август 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (81 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Национальный университет Узбекистана[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Айытов Нариман Абдрахман улы

Ғиләжетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы (15 апрель 1930 йыл — 30 август 2011 йыл) — совет һәм рәсәй социологы, философы, политологы. Философия фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Социаль фәндер академияһы академигы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылда Башҡорт АССР-ы Шишмә районының Арыҫлан ауылында тыуа.

1934 йылда ғаилә Үзбәкстанға күсеп килә. 19371947 йылдарҙа урта мәктәптә уҡый, белем усағын көмөш миҙал менән тамамлай. Һуңынан Ташкентта Урта Азия дәүләт университетында Тарих факультетында уҡый (1952 йылда тамамлай). Хеҙмәт эшмәкәрлеген уҡытыусылыҡҡа, фәнгә һәм йәмәғәтселек эшенә бәйләй. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә, ике ейәне бар.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге эш урыны — Ташкент ауыл хужалығын ирригациялау һәм механизациялау инженерҙары институты уҡытыусыһы һәм аспиранты. Бында 16 йыл эшләй.

19681975 йылдарҙа фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеген дауам итә, бер үк ваҡытта Өфө авиация институтында докторантурала уҡый. Бында социологик лаборатория ойоштора (1973 йыл), докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (1975 йыл), 1976 йылда профессор дәрәжәһен ала.

1977—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй, бында ла социология кафедраһында лаборатория ойоштора һәм уны етәкләй.

Башҡорт дәүләт университетында эшмәкәрлеген 1988 йылда тәүҙә философия кафедраһы профессоры булып башлай, һуңынан иҡтисад һәм хеҙмәт социология кафедраһы мөдире була. 1991 йылдан — социология кафедраһы мөдире. 20002006 йылдарҙа — БДУ-ның Ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы етәксеһе. Университетта «Социология» (1991) һәм «Социаль хеҙмәт» (1994) специальностарының асылыуыһәм ҡабул итеүҙәр башланыуы инициаторы, ошо йүнәлештә актив эшләүсе.

300-ҙән ашыу фәнни эштәр, шул иҫәптән 8 монография авторы. Бик күп дәүләт программалары, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһында социаль реформалар» дәүләт программаһы концепцияһы проспекты һәм «1998-2000 йылдарға һәм 2005 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль үҫеш фаразы» дәүләт программаһын эшләүҙә ҡатнаша һәм яуаплы мөхәррирҙәренең береһе була (1998 йылда баҫылып сыға)[1].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Питирим Сорокин исемендәге көмөш миҙал (Ватан социолог ияһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн һәм беренсе социологтар ассоциацияһының 50 йыллығы, Рәсәй Фәндәр академияһын Социология институты ойошторолоуҙың 40-йыллығы уңайынан (2008);
  • Совет Социологтар ассоциацияһының/ Рәсәй Социологтар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы (Совет Социологик ассоциацияһында һәм Рәсәй Социологтар йәмғиәтендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, ватан социологияһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға индергән өлөшө өсөн (2008).[2].
  • Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986).

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гилязитдинов Дж. М. Социокультурный потенциал Республики Башкортостан // Республика Башкортостан. доклад о развитии человеческого потенциала за 2008 г. / Под общ. ред. Валиахметова Р. М., Бурхановой Ф. Б., Хилажевой Г. Ф. — Уфа, Восточная печать, 2009.
  • Гилязитдинов Дж. М. Трансформация российского общества и этнические процессы. Сборник избранных трудов к 75-летию со дня рождения. — Уфа: БашГУ, 2005.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бурханова Ф. Б., Ковров В. Ф., Мухамадиева Р. Р. Социологи Башкортостана: Справочник: 2-е изд. дополненное и переработанное. — Уфа: Восточная печать, 2012. — 141 с.
  2. Гилязитдинов Джаудат Махмудович. К 80-летию со дня рождения: Библиографический указатель / Сост. Бурханова Ф. Б., Старухина Т. Н., Шаяхметова Р. Р., Масловская А. Д. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2010. — 80 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]