Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы (22 июнь 1922 — 24 июнь 2006) — педагог-методист, әҙәбиәт белгесе, ғалим. Педагогия фәндәре кандидаты (1961), РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1969) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрйәм Ғималова 1922 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.


Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте менән бәйле. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт яҙған. Ғилми хеҙмәттәре башлыса башҡорт мәктәптәре һәм педагогия училищелары өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Изучение родных литератур в национальных школах РСФСР. Л., 1982;
  • Мәктәптә Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү. Өфө, 1964;
  • VI—VII кластарҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү. Өфө, 1972;
  • X класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенә методик ҡулланма. Өфө, 1972;
  • V—XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. Өфө, 1994.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]