Ғиматов Эдуард Илдар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиматов Эдуард Илдар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 22 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (30 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһы Автомобилист
Масса 181 фунт
Спорт төрө Шайбалы хоккей[1]
Ударная рука правый[d]
Бейеклеге/буйы 180 сантиметр

Ғиматов Эдуард Илдар улы (22 ғинуар 1994 йыл, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, «Нефтехимик»тың һөжүм итеүсеһе. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клуб карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

хоккей менән «Салауат Юлаев» мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Уны тамамлағандан һуң, Ғиматов Екатеринбургҡа килә һәм унда «Авто» составында Йәштәр хоккей лигаһында уйнай башлай. Йәштәр хоккей лигаһында тәүге сығышы 2011 йылдың 8 сентябрендә «Чайка»ға ҡаршы матчта (3:2) була[2]. Үҙенең дебют миҙгелендә 57 матчта ҡатнаша, уларҙа 13 (67) мәрәй йыя. «Авто» өсөн өс миҙгелдә 132 матч үткәреп, 87 мәрәй (42 45) туплай.

Континенталь хоккей лигаһында «Автомобилист» составында 2012 йылдың 16 ноябрендә «Барыҫ»ҡа ҡаршы уйнай[3]. КХЛ-да тәүге голын 2013 йылдың 17 ғинуарында «Нефтехимик» командаһына ҡаршы уйында индерә (3:2)[4]. 2012/2013 дебют миҙгелендә 43 матч үткәрә, 3 (2+1) мәрәй йыя. Екатеринбург клубы өсөн ике миҙгел дауамында сығыш яһай, лигала 45 матч үткәрә һәм 3 (2+1) мәрәй йыя.

2014 йылдың 12 майында "Северстал"гә килә[5]. Череповец клубы өсөн ике миҙгелдә 28 матч үткәрә, уларҙа 3 (0+3) мәрәй йыя. Шулай уҡ «Алмаз» командаһы өсөн Йәштәр лигаһында 17 матчта 22 (8+14) мәрәй йыя, шулай уҡ Юғары хоккей лигаһы «Ижсталь» өсөн уйнай, 73 матчта 35 (20+15) мәрәй йыя. 2016 йылдың майында " Северстал"дән китә[6].


2016/17 миҙгеле башланыр алдынан «Нефтехимик» составын тулыландырыла. Был осорҙа КХЛ-да 18 матч үткәреп, 1 (0+1) мәрәй йыя, ә ВХЛ-да 20 матчта 13 (6+7) мәрәй йыя. 2017 йылдың 18 апрелендә «Нефтехимик» Ғиматов менән ике йылға яңы контракт төҙөй[7]. 2017 йылдың 30 майында Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы үҙенең тәрбиәләнеүсеһенең клубҡа ҡайтыуы тураһында хәбәр итә, уның менән ике йылға ике яҡлы контрактҡа ҡул ҡуйыла[8]. КХЛ-да һәм ВХЛ-ДА «Торос» өсөн 4 миҙгел уйнай. КХЛ-да «Салауат» өсөн бөтәһе 81 матч үткәрә, 12 (8+4) мәрәй йыя, ВХЛ-да 128 матчта 71 (27+44) мәрәй йыя.

2021 йылдың 11 авгусында Мәскәүҙең «Спартак» командаһына алына[9]. 2021 йылдың 6 декабрендә «Нефтехимик» ҡа кире ҡайта[10].

Йыйылма командалағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ карьераһы осоронда Ғиматов Рәсәйҙең йәштәр йыйылмаһында уйнап өлгөрә, уның менән бергә 2014 йылда донъя чемпионатында бронза миҙалдарға лайыҡ була. Шулай уҡ спортсының иҫәбендә 2015 йылғы Универсиада алтыны бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.eurohockey.com/player/511720-.html (ингл.)
  2. Чайка — Авто. mhl.khl.ru (8 сентябрь 2011). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  3. Протокол игры: Барыс — Автомобилист. www.khl.ru (16 ноябрь 2012). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  4. Протокол игры: Автомобилист — Нефтехимик. www.khl.ru (17 ғинуар 2013). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  5. ХК "Автомобилист" отдал Гиматова в "Северсталь", получив взамен Бумагина. РИА Новости Спорт (12 май 2014). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  6. «Северсталь» рассталась с 8 игроками. www.sports.ru (5 май 2016). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  7. «Нефтехимик» заключил новый контракт с нападающим Эдуардом Гиматовым. www.championat.com (18 апрель 2017). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  8. «Салават» перехватил Гиматова у «Нефтехимика». news.sportbox.ru (30 май 2017). Дата обращения: 18 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года.
  9. «Спартак» получил права на Эдуарда Гиматова. Официальный сайт ХК «Спартак» (11 август 2021). Дата обращения: 16 август 2021. Архивировано 15 август 2021 года.
  10. Нападающий Тимур Хафизов перешёл в «Спартак». Официальный сайт ХК «Спартак» (6 декабрь 2021). Дата обращения: 6 декабрь 2021. Архивировано 6 декабрь 2021 года.