Ғосманов Хәйрулла Тимербулат улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Хәйрулла Тимербулат улы Ғосманов | |
| | |
| Тыуған көнө | |
|---|---|
| Тыуған урыны | |
| Вафат булған көнө | |
| Вафат булған урыны | |
| Ил | |
| Эшмәкәрлеге |
дин эшмәкәре, мөҙәрис, мәғрифәтсе |
Хәйрулла Тимербулат улы Ғосманов (1848 йыл (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846 йыл), Ибрай, Ырымбур губернаһы – 14 ғинуар 1907 йыл, Өфө) – дин эшмәкәре, мөҙәрис. Ахун (1888). Вятка губ. Мачкара а. мәҙрәсәһен тамамлаған. 1888 й. Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, унда мәҙрәсә (уның хөрмәтенә “Ғосмания” исеме бирелгән) аса; бер үк ваҡытта 1906 й. алып Ырымбур мосолман диниә назараты ҡазыйы. Үҙе етәкселек иткән мәҙрәсәлә Өфө губернаһында беренселәрҙән булып уҡытыуҙың яңы ысулын индерә (ҡара: Йәдитселек). Мәҙрәсәләр өсөн ислам б‑са дәреслектәр авторы.