Эстәлеккә күсергә

Ғүмәр Хәйәм кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ғүмәр Хәйәм кәшәнәһе
фарс. آرامگاه خیام
УрыныНишапур
Төҙөлә{{{Начало строительства}}}—1963 йылдар
Бейеклеге22 метр
Материалтимербетон, биҙәлеше — мәрмәр

1963

Ғүмәр Хәйәм кәшәнәһе (рус. Мавзолей Омара Хайяма) Нишапур ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан, XX быуат иран архитектураһының модернизм стилендәге сағыу әҫәре, Ирандың милли ҡомартҡыһы.

Бөйөк фарсы шағирының ҡәбер ташы өҫтөндә архитектор Хушенг Сейхун проекты буйынса төҙөлә; 1963 йылдың 2 апрелендә асыла. Ғүмәр Хәйәм 1131 йылдың 4 декабрендә тыуған ҡалаһында вафат була. Уның ерләнгән урыны тураһында беренсе яҙма телгә алыу 1135 йәки 1136 йылға ҡарай, ул саҡта Нишапурға Низами Арузи килә. Үҙенең хәтирәләрендә ул, Ғүмәр Хәйәм вафат булғанға тиклем егерме йыл элек уның ерләнгән урынына яҙ көнө сәскә япраҡтары төшәсәк, тип пәйғәмбәрлек иткәнен һөйләй. Низами Арузи бының мөмкин икәнлегенә шикләнә, сөнки Хәйәм буш һүҙ һөйләүгә һәләтле тип уйламай. Әммә остазының ҡәберенә килгәс, ул ҡәберҙең зыяратты һәм емеш баҡсаһын айырған стена янында булыуын күрә, һәм ҡойма өҫтөндә алһыу төҫлө груша һәм персик ботаҡтары һелкенеп ултырыуын күрә.

Һуңыраҡ уның янында Имамзада Мөхәммәт Мәхрук мәсете төҙөлә, Ғүмәр Хәйәмдең ҡәбер ташы уның ихатаһында була. XVI йәки XVII быуатта ул биҙәлмәгән ябай кирбес стена менән уратып алынған була. Перси Сайкс Иран буйлап сәйәхәт иткәндә тап шулай итеп күрә.

Мавзолейҙы реконструкциялауға Иран шаһы Реза Пехлеви 1934 йылда, Фирҙәүсиҙең мең йыллығы алдынан заказ бирә. Ҡәберлек паркка күсерелә, ә уның өҫтөндә аҡ мәрмәр менән биҙәлгән 22 метрлыҡ монумент төҙөлә. Һәйкәлдең егерме киҫешкән ауыш спираль рәүешендә бөгөлгән колонналарында Хушенг Сейхун Ғүмәр Хәйәмдең әҙәби ижадын ғына түгел, шулай уҡ математик һәм астрономик мираҫына һылтанмаларҙы шифрлай. Әгәр кәшәнә эсенә инеп, өҫкә ҡараһаң, һәйкәлдең йондоҙ рәүешендәге тамамланыуы күренә, уның аша күк йөҙө күренә[1]. Монумент шағирҙың робағиҙары майолик паннолар менән биҙәлгән.

  1. Mausoleum of Khayyam. CULTURAL INSTITUTE OF THE REP. ISL. OF THE IRAN IN ROME. Дата обращения: 8 май 2025. Архивировано 9 апрель 2025 года.