Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов битенән йүнәлтелде)
Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы
Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы
Флаг
Флаг
БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары
23.05.1919 — 14.03.1928
 
Тыуған: 29 июнь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантоны[1] Ҡыуат-Бикбирҙе ауылы
Үлгән: 6 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (52 йәш)
Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән: Новодевичье зыяраты[d]
Белеме: Ҡазан Император университеты

Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (29 июнь 1893 йыл — 6 апрель 1946 йыл) — табип-хирург, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1919—1928 йылдарҙа БАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары, бер үк ваҡытта 1922 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк санитар‑эпидемик ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов, уның ҡатыны һәм балалары: Ғүмәр, Усман һәм Шәкирә. 1914 йыл

Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов 1893 йылдың 29 июнендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусына ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Ҡыуат-Бикбирҙе ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ҡыуатовтар — нәҫелдән килгән башҡорт дворяндары, Бикбау бей кенәз һәм Мөйтән бей вариҫтары.

1912 йылда Ырымбур гимназияһын, 1917 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай. Врач дипломын алыуға Герман һуғышы башлана, фронтҡа китә.

Революциянан һүң Ғүмәр Ҡыуатов Башҡортостандың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны башҡарыу уға бик ауыр йылдарға тура килә. Граждандар һуғышы Башҡортостанды тамам бөлгөнлөккә төшөрә. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә, төрлө йоғошло яман сирҙәр тарала. Ул йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар етешмәй. Тәүге халыҡ комиссары эш башлағанда ни бары 6 врач була. Ғүмәр Ҡыуатовтың белеме, ойоштороу һәләте, арымай талмай фиҙакәр эшләүе һаулыҡ һаҡлау эшенә йәмәғәтселекте ылыҡтыра.

1926 йылда республикала трахома сире ныҡлап тарала,Ғүмәр Ҡыуатов Өфөлә Күҙ ауырыуҙары институтын булдырыу өсөн бик күп көс һала. Ғүмәр Ғәлим улы тырышлығы менән Германиянан Өфөгә ҡиммәтле ҡоролмалар ҡайтартыла, был Күҙ ауырыуҙары институтында ҡатмарлы операциялар эшләргә мөмкинлек бирә. Халыҡ араһында аңлатыу һәм дауалау эштәре киң йәйелдерелә[2].

1930 йылда Ҡыуатов Мәскәүҙең Үҙәк нерв системаһы эшсәнлеген өйрәнеү институтына уҡырға инә. Яуаплы вазифалар биләү менән бер рәттән фәнни эш менән шөғөлләнә. Бик күп фәнни эштәре нәшер ителә.

1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар ваҡытында уға сығышы менән дворян булыуын һәм бер осор Өфө земство управаһы етәксеһе булыуын йәшергән өсөн ҡаты шелтә бирәләр (1938), ләкин башҡа төрлө ғәйеп таҡмайҙар һәм ул иректә ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби госпиталдәрҙә эшләй, хирургик операциялар яһай.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандағы иң ҙүр клиник дауахана Ҡыуатов исемен йөрөтә
  • Өфө ҡалаһы Калинин районындағы урам Ҡыуатов исемен йөрөтә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙерге Ейәнсура районы
  2. Об институте — Уфимский НИИ глазных болезней www.ufaeyeinstitute.ru/about/

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]