Эстәлеккә күсергә

Ғүмәр (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ғүмәр
Ғүмәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°33′46″ с. ш. 56°33′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 855 011

ОКТМО коды

80 631 455 126

ГКГН номеры

0524018

Ғүмәр (Рәсәй)
Ғүмәр
Ғүмәр
Ғүмәр (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ғүмәр
Ғүмәр (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Ғүмәр


Ғүмәр (рус. Гумерово), Бүжәтау — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[1]. Петровск ауыл Советы составына инә. Төп халҡы- башҡорттар. Почта индексы — 453231, ОКАТО коды — 80231855011.

уң яҡтан

Ғүмәр (Бүзя) ауылында V ревизия буйынса 74 кеше йәшәгән 11 йорттан тора. 1816 йылда 11 йортта 87 ир-егетте күрһәтә. 1834 йылда — 23 ихатала 149 кеше йәшәй. 1850 йылдағы IX ревизияла 26 йортта 257 кеше йәшәй. 1920 йылға Ғүмәр ауылында халыҡ һаны 658 кешегә етә. 135 йорт булған. Беренсе күскенсе Ғүмәр Ҡармышев — абруйлы аҫаба, 1777 йылда ер алыш-бирешендә ҡатнашыусы, уның 80 йәшлек улы Аллағуат уҙған быуат уртаһында тере була (уның балалары: Ғәли, Абдулла, Исхаҡ, Ибраһим, Хызыр, Яхья, Дауыт). Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны Яҡуп Бикмөхәмәтов йәшәй, 12-се полк һалдаты, ике миҙал менән бүләкләнгән. 1839 йылда 26 йортта 231 ат һәм 228 һыйыр иҫәпләнә, унда 139 кеше йәшәй. Улар 200 бот көҙгө һәм 1040 бот яҙғы иген сәскәндәр. XIX быуат аҙағында халыҡтың бүлемдәре өс участкала була. 12-15 йылдан һуң ауылда бүлемдәрҙе рәүиз йән башы буйынса бүлеү тормошҡа ашырыла. Халыҡҡа туғын бөгөү, ағас көрәктәр һәм ялғаштар эшләү ҙур ярҙам була. Улар күрше алпауыт Пашковта һалабаш һалыуҙа эшләйҙәр, уны ҡабыҡтан һыҙырып алып ебетеү өсөн 4-5 тин алалар; 100 дана ҡабыҡтан һалабаш һыҙырыу 40 тин тора[2].

Ауылдың бөгөнгөһө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда китапхана, клуб, балалар баҡсаһы бар. Мәктәп юҡ. Башланғыс мәктәп 2015 йылда ябылған. Балалар күрше Васильевка ауылына, Ишембай ҡалаһына йөрөп уҡый[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 658
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 705
1959 йыл 15 ғинуар 771
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 421
2002 йыл 9 октябрь 369
2010 йыл 14 октябрь 379 185 194 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек халыҡ башҡорттар (100 %)[4].

Егән йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылдан 5 километр алыҫлыҡта Ғүмәр горизонты стратотибы урынлашҡан.

Алыҫлығы:[5]

Урам исеме[6]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Түбәнге урамы (рус. улица Нижняя)
  • Бәләкәй урам (рус. улица Малая)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)

Күренекле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (1890—1923) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, штабс-капитан, халыҡ комиссары урынбаҫары, Башҡорт республикаһының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары вазифаһын башҡарыусы (1919);
  • Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (1893—1937) — башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Айырым Башҡорт бригадаһы командиры (июнь 1919 й.), Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ комиссары (1920—1921);
  • Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5.08.1937—20.10.1983) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976);
  • Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы (1941—2005) — шағир, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡорт дәүләт педагогия университеты (1990—2004) уҡытыусыһы;
  • Әхмәҙиев Фәрит Вафа улы (1967) — яҙыусы, философия фәндәре кандидаты, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире (2000—2011), «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары;
  • Кәримов Салауат Ғайса улы (1960) — яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014), «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире;
  • Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы (6 апрель 1960) — педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000),Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты , Өфө ҡалаһының М.Кәрим исемендәге 152-се Башҡорт гимназияһы директоры .
  • Хәйбуллина Лилиә Салауат ҡыҙы (18 апрель 1974 йыл — 6 май 2007 йыл) — ғалим-ботаник (альголог), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты, доцент. Альгологик синтаксономия һәм, беренсе сиратта, тупраҡты альгоценоз классификациялау мәсьәләләре менән шөғөлләнә. «Альгология», «Экология», «Почвоведение» журналдарында баҫтырылған 40-тан ашыу фәнни мәҡәләләр авторы.

Ауылдың ер-һыу атамалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эйәртау битендәге юл

.

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ишембай районының Ғүмәр ауылы халҡы өсөн яңы эш урындары булдырыласаҡ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь.[8]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 126. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Ғүмәр (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Ғүмәр (Ишембай районы) ауылы
  7. Словарь топонимов Республики Башҡортостан. Өфө. 2002.- 5000 экз. стр. 228
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь