Ғүҡбә мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғүҡбә мәсете
Рәсем
Дәүләт  Тунис[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡайраүән
Мираҫ статусы listed monument of Tunisia[d][1][2] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Карта
 Ғүҡбә мәсете Викимилектә

Ғүҡбә мәсете (ғәр. جامع عقبة‎جامع عقبة‎) Бөйөк Кайруан мәсете булараҡ билдәле (ғәр. جامع القيروان الأكبر‎جامع القيروان الأكبر‎) — Кайруан ҡалаһында урынлашҡан мәсет Туниста иң ҙуры һанала. Мосолман Мәғрибенең тарихи беренсе баш ҡалаһы Кайруан, Тунистың рухи һәм дини үҙәге һәм ҡайһы берҙә — Ислам донъяһында дүртенсе изге ҡала тип иҫәпләнә. Ҡаланың символик бинаһы булараҡ Бөйөк мәсет мосолман көнбайышының иң боронғо һәм изге мәсете һанала. 1912 йылдың 13 мартынан - Туниста һаҡланған тарихи ҡомартҡылар, ә 1988 йылда, бөтә Кайруан ҡалаһы менән рәттән, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынса миләди 670 (һижри 50-се) йылда (Ислам календары буйынса 50 йылда) Кайруан ҡалаһын төҙөү ваҡытында ғәрәп ғәскәр башлығы ибн Ғүҡбә Нәфи тарафынан төҙөлә. Мәсет 9000 квадрат метр майҙанды биләй һәм ислам доньяһында ғибәҙәт ҡылыу урыны булған боронғо мәсеттәрҙең береһе булып тора. Һуңғараҡ Мәғрибтә төҙөлгән мәсеттәр өсөн унан үрнәк алалар. Төньяҡ Африкала Бөйөк Кайруан мәсете[3]. Ислам архитектураһының бик әһәмиәтле һәм мөһабәт мәсеттәренең береһе һанала, уның периметры 405 метр тәшкил итә. Был арауыҡтың эсенә ҙур гипостиль ғибәҙәт залы, мәрмәр түшәлгән ихата һәм массив квадрат манара инә. Ғүҡбә мәсете үҙенең дини әһәмиәтенән тыш ислам архитектураһының һәм дөйөм алғанда бөтә ислам сәнғәтенең[4] шедеврынан һанала. Мәсет ислам сәнғәте буйынса күп кенә китап һәм уҡыу әсбаптарына[5] индерелгән.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғүҡбә мәсетендә тәрәүих намаҙы (2012 й.).

Кайруан ҡалаһының Бөйөк мәсете үҙенең архитектура һәм сәнғәт яғынан әһәмиәтенән тыш Тунис университеты уҡытыусыһы Мөхәммәт Тәлби фекеренсә «Бөтә мосолман Көнбайышын, шул иҫәптән Испанияны исламлаштырыуҙа һәм мәликиликте таратыуҙа төп роль уйнаны»[6].

Әғләбиҙәр династияһы (IX быуат) хакимлыҡ иткән ваҡытта мәсет үҙендә башҡарылған эштәргә ярашлы, бөгөнгө көнгәсә һаҡланған статусын ала. Ғүҡбә һәм башҡа мәсеттәрҙең даны Кайруан ҡалаһына үҫергә һәм халҡының артыуына ярҙам итә. Мәсеттә уҡытҡан ғалимдарҙан торған университет, ислам тәғлимәтен һәм нәфис фәндәрҙе уҡытыу үҙәге булып тора. Уның ролен Урта быуаттарҙағы Париж университеты менән сағыштырырға мөмкин. Кайруан ҡалаһының бөлгөнлөккә төшөүе менән XI быуаттың урталарынан интеллектуаль фекер үҫеше үҙәге Тунистағы Әз-Зәйтүнә университетына күсә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]