Ғәббәс мирза
Ғәббәс мирза[5] (20 август 1789 — 25 октябрь 1833) — Ҡаджар Иранының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, 1816 йылдан — тәхет вариҫы (Нәиб-әс-Салтанат).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1789 йылдың 20 авгусында Мазендеранда тыуған. Ҡаджар Фәтәли шаһтың икенсе улы, Ҡаджар династияһы принцы, әсәһе яғынан шулай уҡ Ҡалып:Дәүәли төрөк дворян аймағынан (Ғәббәс мирзаның әсәһе — Асья-бейим ханым Фәтәли хан ғызы Дәүәли).

Грузин ҡол-кәнизәгенән тыуған ағаһы Мөхәммәт-Әли менән бер рәттән тәхет вариҫы итеп тәғәйенләнә. Бала саҡтан Әзербайжанда наместник була. Аҡыллылығы, таланты һәм ыңғай мөғәмәләһе менән айырылып торған. Ғәббәс Мирза Ҡаджар туғыҙ йәшендә Думбули ҡәбиләһе курдтарын еңә[6].
Эске сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаджарҙарҙың күпселеге Ғәббәсте хуплағанлыҡтан, Фәтәли шаһ Ғәббәс мирзаны төрки элемент хакимлыҡ иткән Әзербайжан губернаторы итеп тәғәйенләй[7]. Инглиз һәм француз инструкторҙары ярҙамында фарсы армияһын европаса үҙгәртеп ҡорорға тырыша. Ирандың эске һәм тышҡы сәйәсәт идаралығы менән етәкселек итә[8]. Ғәббәс мирза йәйен Тәбриздә, ә ҡышын Хойҙа үткәрә[9]. Уның Тәбриздәге һарай ихатаһында Рәсәй һәм британия илселектәре урынлашҡан була. Тәхет вариҫы принц Ғәббәс мирза Әзербайжан хакимы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, ҙур булмаған ҡаласыҡ ҡына һаналған Тәбриз баш ҡала итеп билдәләнә. Был ҡалаға күсеп килгәндән һуң, ул унда 4 йыл йәшәй һәм дәүләт сиктәрен урыҫтарҙан һаҡлай. Был ваҡыт эсендә ул ҡала диуарҙарын нығыта һәм биҙәй, яңы майҙанға нигеҙ һала һәм бер нисә яңы бина төҙөй. Ысынлап та, быға тиклем уның йәшәү өсөн яраҡлы урыны булмаған, һәм уның һарайына беркетелгән бөтә аҡһөйәктәр бында йорттар төҙөргә тейеш булған[10]. Ғәббәс Мирза уңышлы реформаларын тормошҡа ашыра. Шундай уҡ реформалар үткәргән Афғанстан һәм Бохара әмирлеге уның өлгөһөнән илһамлана[11].
Ғәббәстең күпселек ҡабул иткән яңылыҡтары һәм реформалары хәрби өлкәгә йүнәлтелгән. Яңы армия күпселектә дары ҡоралын, шул иҫәптән шул ваҡыттағы заманса мушкеттарҙы индереү тирәләй ойошторола. Ғәскәри хеҙмәткә армияның үҙәген тәшкил иткән ҡыҙылбаштар алына[12]. Ғәббәс һалдаттарҙың яңы армияға мөнәсәбәтен наградалар — дәрәжә һәм вазифа өсөн юғары эш хаҡы, ер биреү һәм алтын һәм көмөш миҙалдар тапшырыу ярҙамында яҡшыртырға тырыша. Ул пехота һәм артиллерия күнекмәләрендә ҡатнашҡанда үҙен сит ил офицерҙары командалығына ҡуя һәм ғәскәрҙәрҙе тәртипкә килтереүҙә был офицерҙарҙың тулы власын таный[13]. Александр Грибоедов Ғәббәс мирза армияһы тураһында яҙа:
| Ғәббәс мирза Мәхмүт пашаға ашығыс рәүештә йыя алған бөтә нәмәне: ике сарбаз батальонын, афшар атлы ғәскәрен һәм ике пушка бирә; һуңғылары өсөн мин үҙем ултырып килгән аттарҙы бирҙем. Был ғәскәр иртәгә сыға, һәм уға төрөк сиген бер нисек тә үтмәҫкә бойороҡ бирелгән[14]. |
Тышҡы сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәббәс мирза ҡыҙылбаштарҙы дошманға ҡаршы оҫта йүнәлтә, һәм уның хәрби уңыштары уның абруйын арттыра. Яңы армияһы менән ул, Амударъяның иҫке сиген тергеҙеп, көнсығышта үзбәктәрҙе, көнбайышта ғосмандарҙы ҡыйрата. Ул Бағдадты ике тапҡыр яулай. Еңеүҙәрен нығытыу маҡсатында, ул яңы сиктәрҙе һаҡлаусылар сифатында хеҙмәт итеү өсөн ҡаджар һәм афшар араһынан күп һанлы ҡыҙылбаштарҙы Хөрәсәнгә күсерә[15].
Рәсәй менән һуғыш (1804—1813)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш башланғас, 15 йәшендә, армия менән етәкселек итеү Ғәббәскә ышанып тапшырыла, әммә Аға Мөхәммәт Ҡаджарҙың ике туған ағаһы Сөләймән хан башта ысын командующий булып торған. Ғәббәс үҫеп еткәс, ул хәрби эшкә сума: үҙенең батырлығын күрһәтә, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып алыша, офицерҙарҙы ҡурҡаҡлығы өсөн язалап, командованиены үҙ өҫтөнә ала[16]. 1805 йылғы кампанияла фарсы вариҫы тәхеткә ултырырға тейешле принц Ғәббәс мирза Дзегам тигеҙлегендә (Дзегам һәм Шамхор йылғалары араһында) полковник Карягин отряды тарафынан ҡыйратыла. Һуғыш һөҙөмтәһендә Фарсы үҙенең төньяҡ территориялары өҫтөнән контролен юғалта.
Рәсәй менән һуғыш (1826—1828)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1826 йылда Фәтәли шаһ, Ғәббәс-Мирзаның өгөтләүҙәре буйынса, юғалтылған территорияларҙы кире ҡайтарырға маташа, һәм шулай итеп яңынан урыҫ-фарсы һуғышы башлана. Принц үтә ҡыйыу һуғыша, әммә барыбер Рәсәй һуғышында еңелә һәм 1828 йылда Төркмәнсәйҙә солох төҙөргә мәжбүр була.
Һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1829 йылда Ғәббәс мирза Грибоедов һәләк булғандан һуң урыҫ-иран мөнәсәбәттәрен көйләү маҡсатында Санкт-Петербургҡа иран илсеһе сифатында бара. 1833 йылда европалылар Ғәббәс мирзаны милли яңырыуға һәләтле берҙән-бер кеше тип һанаған[9].
1830—1832 йылдарҙа Ғәббәс Йәзд һәм Кирмән ихтилалын баҫтыра, шулай уҡ Хөрәсәндә тәртип урынлаштыра һәм Серахста төркмәндәрҙе ҡыйрата[17]. Ғәббәс мирза Гераттың афған хакимы Камран мирза менән бәрелешә. Һуңғыһы Ҡаджарҙар биләмәләренә һөжүм итеү менән янай, әммә Ғәббәс мирзаның Хөрәсән кампанияларында уңышы Камран мирзаны билдәле бер йөкләмәләр ҡабул итеүгә килтерә, Гуриан ҡәлғәһен емереү, билдәле бер ғаиләләрҙе ватанға ҡайтарыу һәм шаһҡа йыл һайын 10 000 туман түләү — уларҙың иң мөһиме. Герат принцы был йөкләмәләрҙе үтәмәгәнлектән, Мөхәммәт шаһ ҡорал менән сатисфакцияға өлгәшергә хоҡуҡлы була[18]. В 1833 году сын Аббаса Мирзы, Мухаммед Мирза, осадил Герат, но отступил после смерти отца[17].
Ғәббәс мирза Төркмәнсай килешеүенән һуң Хөрәсәнгә юллана, унда император фирманы (указы) буйынса ул афғандарҙы һәм баш күтәреүселәрҙе юҡ итергә тейеш була. Ул Әмирабадты, Туршизды, Гучанды, Турбатты, Серахсты ала һәм Гератҡа һөжүм итергә әҙерләнә[19]. Әммә 1833 йылдың октябрендә ул Мәшһәдтә вафат була.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәт шаһ Каджар — олатаһының тәхет вариҫы.
- Хозрев мирза — алдан хакимлыҡ итеүсе бойороғо буйынса һуҡырайтыла.
- Каджар Баһман мирза — Рәсәй армияһында хеҙмәт итеүсе Каджарҙар тармағына нигеҙ һалыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Аббас-Мирза // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969. — Т. 1 : А — Ангоб. — С. 14.
- 1 2 Аббас-Мирза (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 14.
- ↑ 14. 2. Аббас-Мирза (урыҫ) // Энциклопедический лексикон — СПб.: 1835. — Т. 1. — С. 13—15.
- ↑ Аббас-Мирза (урыҫ) // Военная энциклопедия — СПб.: Иван Дмитриевич Сытин, 1911. — Т. 1. — С. 5.
- ↑ Ҡалып:Словарь собственных имён русского языка
- ↑ J. D. Clark, «The History of the Iranian Province of Azerbaijan, 1848—1914», p. 49
- ↑ S. Shahvar, «Domestic and external considerations in the struggle over regency in early Qajar Iran: The princely rivalry between ʿAbbas Mirza and Muhammad-ʿAli Mirza», p. 558
- ↑ Под ред. Е. М. Жукова. Аббас-мирза // Советская историческая энциклопедия. — Советская энциклопедия. — М., 1973—1982.
- 1 2 «Cambridge History of Iran», vol. 7, с. 150
- ↑ James Morier. «Second journey through Persia, Armenia and Asia Minor». — 1818.
- ↑ M. Wagner, «Travels in Persia, Georgia and Koordistan»
- ↑ M.Axworthy, «A history of Iran», p. 135
- ↑ Muriel Atkin, «Russia and Iran, 1780—1828», p. 128
- ↑ Письмо Нессельроде К. В., 30 ноября 1828 - Грибоедов А.С. Дата обращения: 30 август 2020. Архивировано 26 ғинуар 2020 года.
- ↑ M.Axworthy, «A history of Iran», p. 136
- ↑ Muriel Atkin, «Russia and Iran, 1780—1828», p. 108
- 1 2 J. C. Nelson, «The siege of Herat, 1837—1838»
- ↑ G. H. Hunt, «Outram & Havelock’s Persian Campaign», p. 89
- ↑ Cambridge History of Iran, volume 7, p. 340
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аббас-Мирза // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Abbas Mirza / Lockhart L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Patrick Clawson and Michael Rubin. Eternal Iran. Palgrave Macmillan. 2005. ISBN 1-4039-6276-6 p. 34
- The Persian Encyclopedia (инг.)баш., articles on Abbas Mirza, Persia-Russia Wars, Persia-Ottoman wars, Golestan Treaty, and Torkaman-Chay Treaty.
- Modern Iran. Keddie, Nikki.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аббас-Мирза // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- 20 августа тыуғандар
- 1789 йылда тыуғандар
- Иранда тыуғандар
- 25 октябрҙә вафат булғандар
- 1833 йылда вафат булғандар
- Иранда вафат булғандар
- Ирандың дәүләт эшмәкәрҙәре
- Тәхеткә ултырмаған вариҫтар (Ҡаджарҙар)
- 1804-1813 йылдарҙағы рус-фарсы һуғышында ҡатнашыусылар
- 1826-1828 йылдарҙағы Рус-фарсы һуғышында ҡатнашыусылар