Эстәлеккә күсергә

Ғәббәс (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғәббәс — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Ғәббәс — «һуғышсан», «көрәшсән», «яусы» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Ғәббәс Дәүләтшин (24 сентябрь 1892 йыл — 7 декабрь 1937 йыл) — башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғәббәс I — Сәфәүиҙәр нәҫеленән Фарсы шаһы, реформатор һәм полководец.

Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип (ғәр. العباس بن عبد المطلب‎; (566 йыл, Мәккә) — 653, Мәҙинә) — Мөхәммәт Рәсүлулланың атаһының бер туғаны, Ғәбд әл-Моталлиптың күп һанлы улдарынан туғыҙынсыһы.

Ғәббәс II (Иран шаһы) (перс. عباس دوم; азерб. II abbas səfəvi; 31 декабрь 1632 йыл — 1667 йыл) — 1642 йылдың майынан Сәфәүиҙәр династияһынан Иран шаһы.

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров (31 декабрь 1908 йыл — 11 апрель 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип, медицина хеҙмәте майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1953) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары кавалеры. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ағаһының улы.

Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Ғәббәс — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Ғәбәсә сүрәһе (ғәр. سورة عبس‎, Ҡашын йыйырҙы ) — Ҡөрьән Кәримдең 80 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 42 аяттан тора.

«Ғәббәс хәҙрәт» (роман) — Ғариф Ахунов романы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ