Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф
араб. عبد الرحمن بن عوف
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Ғәбд әл-Ҡәғбә

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

сауҙагәр

Тыуған көнө:

580 или 571[1]

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз

Үлем көнө:

654 или 652[2]

Үлгән ере:

Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт[2]

Ерләнгән ере:

Әл-Баҡый

Ил:

 Хаҡ хәлифәт

Дине:

ислам

Атаһы:

Ғауф

Ҡатыны

Умм Кульсум бинт Укба[d], Сахля бинт Асим[d], Сахля бинт Сухайл[d] һәм Тумадур бин аль-Асбаг[d]

Балалары:

Ибрахим ибн Абдуррахман[d], Хамид ибн Абдуррахман[d], Абу Сальма ибн Абдуррахман[d] һәм Мусаб ибн Абдуррахман[d]

Бәрелештәр:

Бәҙер һуғышы

Ваҡиғалар:

Хәбәшстанға һижрәт


Өҫтәмә мәғлүмәт
Разное:

хәлифлеккә кандидат

 Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф Викимилектә

Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф (ғәр. عبد الرحمن بن عوف‎;рус. Абдуррахман ибн Ауф) — иҫән сағында уҡ ожмах менән һөйөнсөләнгән 10 сәхәбәнең һәм тәүге һигеҙ мосолмандың береһе. Ул исламды Әбу Бәкерҙән ике көн һуңыраҡ ҡабул итә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф раҙыйаллаһу ғәнһү Фил йылынан һуң 10 йәки 20 йыл үткәс тыуа. Исламғаса осорҙа уҡ матур холҡо һәм иҫерткес эсмәгәнлеге менән айырылып тора. Ислам ҡабул иткәс, беренсе мосолмандар кеүек үк, ҙур һынауҙар аша үтә. Мөшриктәрҙең баҫымы һөҙөмтәһендә, башҡа мосолмандар менән бергә Хәбәшстанға күсә. Ә һуңынан Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм уны Мәҙинәлә Сәғд ибнер-Рабиға әл-Әнсари менән туғанлаштыра. Сәғд уға малын бүлергә тәҡдим итә, ләкин Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф раҙыйаллаһу ғәнһү баш тарта.

Ул табышлы сауҙагәр була — Мәҙинәгә килгәс, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәһәргә етерлек мал туплай һәм өйләнә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәләм уға доға ҡылғас, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф әйткән: «Донъя үҙе миңә ынтылды, хатта, ташты күтәрһәм дә, уның аҫтынан алтын-көмөштән яһалған әйберҙәр табырмын кеүек тойола ине». Ул Аллаһ ризалығы өсөн бик күп аҡса иғәнә итеүсе була.

Ул Бәҙер һуғышында ҡатнаша, Үхүд һуғышында, мосолмандар сигенә башлағас, сабырлыҡ күрһәтә. Бәрелештән һуң уның тәнендә 20-нән артыҡ яра була, ҡайһылары хатта ҡул һыйырлыҡ ҙурлыҡта була. Ул үҙенең малын ислам өсөн йәлләмәгән. Көндәрҙән бер көн, Мөхәммәт Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, хәрби походҡа ғәскәр туплаған ваҡытта, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф 4 мең аҡсаһының яртыһын ошо эшкә бирә. Табуҡҡа яуға әҙерләнгәндә, ул бөтә аҡсаһын — 200 унция алтынын — тапшыра.

Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләм үлеменән һуң, ул Уның хатындарына ярҙам итеп торған, уларҙың бағыусыһына әйләнгән.

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф Һижрәттең 32-се йылында, 75 йәшендә үлә һәм әл-Баҡый зыяратына ерләнә. Уның йыназаһын Усман ибн Әффан уҡый.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде А. А. Абд ар-Рахман ибн Ауф // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
  • ʿAbd al-Raḥmān b. ʿAwf / Houtsma, M.Th.; Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed : [англ.] : in 12 vol. / ed. by P. J. Bearman, Th. Bianquis, C. E. Bosworth, E. van Donzel, B. Lewis, W. P. Heinrichs et al. — Leiden : E.J. Brill, 1960—2005. (платн.)