Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы
| Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 14 февраль 1962 (64 йәш) |
| Тыуған урыны |
Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Үрге Таш (Мәләүез районы), Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
| Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
| Ғилми исеме | доцент[d] |
| Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәбитова Зәкиә Муллағәле ҡыҙы (14 февраль 1962 йыл) — филолог. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Дәүләт автономиялы һөнәри белем биреү учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәкиә Муллағәле ҡыҙы Ғәбитова 1962 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Мәләүез районы Үрге Таш ауылында тыуған.
1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай.
2004 йылда «70-80-се йылдар башҡорт тарихи прозаһының лексик-семантик һәм стилистик проблемалары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
Республика уҡытыусылары тарафынан педагогик практикала ҡулланылған уҡытыу-методик комплекттар һәм әсбаптар авторы.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «Педагог-тикшеренүсе», «Уҡытыусы-мастер» конкурстарын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙы ойоштороусыларҙың береһе[1][3].
Зәкиә Муллағәле ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының ғилми советы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең терминология комиссияһы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы, Мәғариф министрлығының уҡытыу-методик советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Юғары аттестация комиссияһы составына инә. «Башkортостан уkытыусыһы» журналының редакция коллегияһы ағзаһы.
175 баҫылып сыҡҡан хеҙмәт, шул иҫәптән 75 уҡытыу-методик әсбап авторы[1][2].
55 йәшлек юбилейы алдынан, Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалау һәм популярлаштырыу, халыҡ яҙыусыһының хәтерен мәңгеләштереү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһалап, 2016 йыл өсөн З. Биишева исемендәге премия бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017)
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башкорт теле-5»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2010. — 222 с.
- «Башкорт теле-6»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2010. — 172 с.
- «Башкорт теле-7»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2007. — 151 с.
- «Башкорт теле-8»: Учебник/З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2007. — 212 с.
- «Башкорт теле-9»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 165 с.
- «Башкорт теле-10-11»: Учебник /З. М. Габитова, М. Г. Усманова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2007. — 228 с.
- «Башкорт теле»: Учебник для студентов 1 курса НПО и СПО с изучением башкирского языка как государственного /З. М. Габитова, С. А. Тагирова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 157 с.
- «Башкорт теле»: Учебник для студентов 2 курса НПО и СПО с изучением башкирского языка как государственного /З. М. Габитова, С. А. Тагирова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 178 с.
- «Уроки развития речи» Учебное пособие /З. М. Габитова. — Уфа: Изд-во «Китап», 2009. — 125 с.
- Особенности языка и стиля романов А. Хакимова: Монография /З. М. Габитова. — Уфа: Изд-во БИРО, 2004. — 102 с[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- 1 2 Закия Габитова
- 1 2 Учителю учителей — две «пятёрки» 2021 йыл 6 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- Закия Габитова
- Учителю учителей — две «пятёрки» 2021 йыл 6 октябрь архивланған.