Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы  СССР
 РСФСР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 12 июнь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Буранғол, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы (12 июнь, 1961, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Буранғол ауылы) — публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты (1990), доцент (1998)[1]. Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы баш дәүләт советнигы (1998), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы 1961 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районының Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай (1983).

19831990 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник институты, 19901997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты.

19972004 йылдар — Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире.

2004 йылдан Башҡорт дәүләт университеты доценты[1].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар, сценарийҙар (БСТ-лағы «Арыҫлан» ир-егеттәр клубы, «Алтын тирмә»), «Алтын тирмә» телепроекты авторҙашы, «Юлдаш» радиоһында «Асыҡ студия» алып барыусыһы (2017). «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Шоңҡар», «Аманат» журналдарың йыл лауреаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эксперты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2011)
  • Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы премияһы (2013)[2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Капитал» Карла Маркса: Практикум. — Уфа, 2009
  • Башҡортса башватҡыстар: кроссвордтар.- Өфө, 2013.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]