Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбибулла Ғәбитов
Исеме:

Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитов

Тыуған көнө:

5 май 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Әбделкәрим ауылы

Вафат булған көнө:

14 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (51 йәш)

Вафат булған урыны:

Магадан өлкәһе, Магадан

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Сәсән, шағир, педагог

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Дебют:

«Башҡорт моңдары»

Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (5 май 1886 йыл — 14 апрель 1938 йыл) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәбибулла Габделҡаһир улы Ғәбитов 1886 йылдың 5 майында Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Түңгәүер улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Әбделкәрим ауылында тыуған.

Шәжәрәһе башҡорт тарханы Ураҙғол Аҡсыуашевҡа барып тоташа: Ҡуңғрат бей → Түңгәүер бей → Һаҡҡолай (Ҡаратөлкө) → Иламан → Күстәнәй → Йәнбараҡ → Иҫәнъюл → Аҡсыуаш → Ураҙғол → Һабыр → Ярашбай → Ғәбит → Яппар → Ғәбделҡаһир → Хәбибулла[1].

Троицк ҡалаһының Рәсүлиә мәҙрәсәһендә, 1909—1912 йылдарҙа Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Верхотурск, Иркутск, Верхнеуральск ҡалаларында мәҙрәсәлә уҡыта. Был йылдарҙа шиғри ижад менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге әҫәрҙәре Ырымбурҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға.

1917 йылдың май айында Мәскәүҙә I Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезында Башҡортостан милли хәрәкәтенең территориаль автономияһы өсөн ойошторолған эшендә ҡатнаша. 1917 йылдың май айында Башҡорт милли хәрәкәтенең беренсе баҫма органы — «Башҡорт» гәзитен баҫтырып сығарыу менән шөғөлләнә[2].

1917 йылдың август айында II Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты составына инә. Декабрь айында Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Автономиялы Башҡортостандың Кесе Ҡоролтайына ағза һайлана. Ҡоролтайҙа Шәйехзада Бабич, Ғәбделхәй Иркәбаев, Нуриәғзәм Таһиров менән берлектә «Тулҡын» башҡорт йәштәр берләшмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡарма комитет составына инә.

1918 йылдың ғинуар айында Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Тамъян-Ҡатай кантоны идаралығын ойоштороу буйынса шөғөлләнә. 1918 йылдың февраль айында Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов менән Ырымбурға ҡайтыу менән, Баймаҡта урындағы большевиктар тарафынан ҡулға алына, һорауҙарға һәм туҡмалыуҙарға дусар була. Бының тураһында Хәбибулла Ғәбитов ошолай яҙа: «Суд эшселәр советы бинаһында, ҡулға алыу йортонан 20—30 сажин самаһында урынлашҡан ине. Ишектән сыҡҡан ыңғайына, мин бер һаҡсының төйҙә менән һуғыуына йығылып киттем. Ерҙән ҡалҡытып, башыма шапка кейҙергәндәренән һуң, бер нисә аҙым да яһап өлгөрмәнем, тағы бер һуғыу аяҡтан йыҡты. Был күренеш суд бинаһына барып еткәнсе ҡабатланды … Аҙаҡ мине саҡырҙылар. Улар беҙҙән мыҫҡыл иттеләр, көлдөләр… Зал уртаһындағы өҫтәл тирәләй 15-ләп һалдат ултыра ине. Улар араһында кешене йыртҡыстан айыра алыуға бер һәләтле кеше булманы. Бында эшсе-шахтерҙар ҙа бар ине, улар өйкөлөшөп баҫҡандар һәм миңә ҡарайҙар. Был картинаны күреп, мин кешелеклеккә һәм ғәҙеллеккә булған бөтә өмөтөмдө өҙҙөм»[2].

22 февралдә большевиктар суды ҡарары менән командирҙар, башҡорт отряды поручигы Иҙелбаевты һәм прапорщик Мағазовты аталар. Ғәбитов мыҫҡыллауҙарҙан һәм туҡмалыуҙарҙан һуң иреккә сығарыла. 1918 йылдың көҙөндә был Баймаҡтағы трагик ваҡиға тураһында ул «Башҡорт тауышы», «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзиттәре битендә ентекле һүрәтләй.

1918 йылдың яҙынан Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт бүлегендә эшләй, агитация мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелеү менән, Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеге эшенә әүҙем ылығып китә. «Башкорт тауышы» гәзитен сығарыуҙы яйға һала. 1918 йылдың 7 авгусында рәсми орган булараҡ, рус телендә сығарылған «Башкорт тауышы» гәзитендә автономиялы Башҡортостан халҡын Башҡортостан үҙәк хөкүмәтенең эше менән таныштырыу һәм уның күрһәтмәләрен аңлатыуға төп урын бирелә, тип хәбәр ителә.

1918 йылдың октябрь айында Башҡорт хәрби шураһы приказы менән Ғәбитов, ойошоп ятҡан 7-се Башҡорт уҡсылар полкының полк муллаһы итеп тәғәйенләнә. Әммә аҡ командованиеһы яғынан финанслау туҡтатылғас, ноябрь айында 7-се полк таратыла. Ошоноң менән бәйле хәрби шураның яңы приказы сыға: «7-се полкта мулла булып тәғәйенләнгән Хәбибулла Ғәбитов беренсе башҡорт полкының полк муллаһы вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнә, беренсе полкты аңлатҡан элекке мулла шул уҡ полктың ярҙамсыһы булып ҡала»[2].

1919 йылдың февраленә тиклем 1-се Башҡорт уҡсылар полкының полк муллаһы булып хеҙмәт итә. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет Республикаһына күсеп сыҡҡас, 1919—1920 йылдарҙа Башҡортостан хәрби-революцион комитетында хәрби эштәр буйынса эшләй.

Аҙаҡ Башҡорт республикаһының Халыҡ комитеты эске эштәренең мәғлүмәт-инструкторлыҡ идаралығында инструктор булып эшләй. 1920 йылдың август айында Ғәбитов Хәбибулла Бөрйән-Түңгәүер кантонының башҡарма комитеты ағзаһы булып һайлана[2].

1926 йылдан БашЦИК-тың яңы башҡорт алфавит комитеты рәйесе(яңалиф, яңы әлифба).

1930-сы йылдарҙа «Көньяк Урал урманы» тресында эшләй. Был ваҡытта башҡорт милли хәрәкәт эшмәкәрҙәрен эҙәрлекләү һәм репрессиялау башлана. 1935 йылда уны милләтселектә ғәйепләп, ҡулға алалар һәм биш йылға иркенән мәхрүм итәләр. Магаданда лагерҙа тотҡон була.

1938 йылда лагерҙа Ғәбитовҡа яңы эш ҡуҙғатыла. Уны контрреволюцион троцкистар агитацияһында ғәйепләйҙәр һәм 1938 йылдың 7 апрелендә «Дальстрой» буйынса НКВД Идаралығы уны атыуға хөкөм итә. 14 апрелдә хөкөм ҡарары үтәлә. 1959 йылдың мартында уның эше яңынан ҡарала, һәм Хәбибулла Ғәбитов үлгәндән һуң аҡлана[3].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Башҡортостанды өйрәнеү буйынса йәмғиәт» ағзаһы була. 1920-се йылдарҙа Ғәбитов Xәбибулла Башҡорт тел ғилемендә теоретик һәм практик мәсьәләләрҙе эшкәртеүҙә ҡатнаша.

1926 йылда Яңы башҡорт алфавиты буйынса комитет менән етәкселек итә. Бер нисә фәнни хеҙмәте бар.

Нуриәғзәм Таһиров менән берлектә «Башҡортса яҙыу ҡоралы» («Правописание на башкирском языке», 1924) тигән ғилми хеҙмәт авторы булып тора.

«Башҡорт теленең морфологияһы» («Башҡорт теленең сарыфы» Б. Хангилдин һәм Ғ. Вилданов менән авторҙаш, 1925), «Башҡорт теле методикаһы» (1924), «Башҡорт теленең грамматикаһы» (1925) хеҙмәттәренең авторҙашы.

Шулай уҡ, Ғәбделәхәт Фазлый улы Вилданов менән Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы «Боронғолар һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр» (1924) («Слова предков. Пословицы и поговорки на башкирском языке») фольклор йыйынтығын төҙөйҙәр.

Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы тарафынан йыйылған бик күп ҡобайырҙар «Башҡорт халыҡ ижадына» ингән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шағир, тел белгесе, фольклорсы ғалим, драматург, Башҡортостанда матбуғат һәм мәғрифәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тәүге әҫәрҙәре Ырымбурҙа нәшер ителгән «Мөғәллим», «Шура», «Тормош» журналдарында баҫылып сыға. Әҫәрҙәре 1918 йылда «Тулҡын» ойошмаһы баҫтырып сығарған «Башҡорт моңдары» шиғырҙар йыйынтығына инә.

Ғәбитов ижади эш менән дә шөғөлләнә: милли ғорурлыҡ һәм башҡорт халҡының яҡшы киләсәккә ышанысы менән һуғарылған шиғырҙар яҙа.

1923 йылда «Урал йырҙары» исемле икенсе шиғырҙар йыйынтығын, ә 1924 йылда — бер исемле халыҡ йырына ҡоролған «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» пьесаһын баҫтырып сығара. Пьеса Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә бер нисә тапҡыр ҡуйыла.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тәнәйҙәргә йырҙарым: шиғырҙар. — Өфө, 1926.
  • Ипкен: шиғырҙар. — Өфө, 1930.

Шулай уҡ уҡығыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • * Военная история башкир. Энциклопедия. / гл. редактор А.З. Асфандияров — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, С. 134-135

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сулейманов Ф. М. Храбрые джигиты из рода Тунгаур в борьбе за автономию Башкортостана // Ватандаш. — 2018. — № 10 (265). — С. 45—54. — ISSN 1683-3554.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 59–61. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  3. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 2. — Уфа, 1999. — С. 20.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док. и материалов (Упр. по делам арх. при Правительстве Респ. Башкортостан, Центр, гос. ист. арх. Респ. Башкортостан, Центр этнол. исслед. УНЦ РАН; [сост.: Н. М. Хисматуллина и др.]. Ч. 1. — Уфа, 2005. — С. 54, 87, 117, 118, 339.
  • Насиров Р. Х. Уҙамандарҙы эҙләйем. — Өфө, 1997.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.). Документы и материалы: В 4 т. / Авт.-сост. Б. X. Юлдашбаев. Т. 1. — Уфа, 2002. — С. 245, 308—334, 406, 457.
    • Т. 2. Ч. 1. — Уфа, 2002. — С. 416, 420.
    • Т. 2. Ч. 2. — Уфа, 2003. — С. 150.
    • Т. 4. Ч. 1. — Уфа, 2008. — С. 408, 410.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]