Эстәлеккә күсергә

Ғәзиев Мозаһит Ғабдулхаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзиев Мозаһит Ғабдулхаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 август 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (105 йәш)
Тыуған урыны Үрге Бишенде, Туймазы районы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Хәрби звание Капитан һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены

Ғәзиев Мозаһит Ғабдулхаҡ улы (28 август 1919 йыл -?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, капитан. Ике Ватан һуғышы һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Мозаһит Ғабдулхаҡ улы Ғәзиев 1919 йылдың 28 авгусында Башҡорт АССР-ның хәҙерге Туймазы районы Үрге Бишенде ауылында тыуа[2].

Ҡыҙыл Армия сафына 1940 йылдың сентябрендә Бүздәк районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Мәскәү Хәрби-иженер училищеһының курсанты була. кесе лейтенантты яңы ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрәләр. 1942 йылдың апрелендә дивизия составында фронтҡа китә[3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се сапер взводы, һуңынан 60-сы кавалерия полкы командиры булып хеҙмәт итә[1] .

Орлов һәм Курск өлкәләрен, Украина, Белоруссия, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Яуҙарҙа ике тапҡыр яралана. Еңеү көнөн Германияның Эльба йылғаһы ярында ҡаршы ала. Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Беренсе Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ул Орлов янындағы яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн ала. Немецтар совет ғәскәрҙәренең оборонаһын үтеп полктың команда пунктына юлланғанын һиҙеп ҡалған Мозаһит Ғәзиев тиҙ арала 2 взвод һалдаттарҙы йыйып фашистарға ҡаршы сыға. Фашистарҙы биләмәнән ҡыуып сығаралар, 4 немец һалдатын һәм капралды пленға алалар. Икенсе ҡыҙыл Йондоҙ орденына ул Владимир-Волынскиҙы азат иткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була[4].

Һуғыштан һуңғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда Мозаһит Ғабдулхаҡ улы Ғәзиев тыуған яҡтарына ҡайта. Өйләнә. Ауыл мәктәбендә рус теле һәм әҙәбитәе уҡытыусыһы булып эшләй. «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.