Ғәзизов
Уҡыу көйләүҙәре
Ғәзизов — ғәрәп теленән алынған башҡорт һәм татар ир-ат фамилияһы. Ғәзиз исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Ғәзизова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәзизов Мостафа Шакир улы (1923—2005) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан орденының тулы кавалеры.
- Ғәзизов Роберт Хәким улы (25 сентябрь 1939 йыл) — башҡорт совет (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Ғәзизов Чингиз Барый улы (23 октябрь 1944 йыл) — юрист, Башҡортостан Республикаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле (1996—2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1994).
- Ғәзизов Таһир Хәсән улы (12 сентябрь 1935 йыл—28 ноябрь 2010 йыл) — химик. Химия фәндәре докторы (1986). Акробат Юнир Хәсән улы Ғәзизовтың ағаһы[1].
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1 май 1949 йыл, Башҡорт АССР‑ының Борай районы Берләҫ ауылы) — инженер-механик, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003), профессор[2].
- Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы (25 июнь 1937 йыл — 4 февраль 2008 йыл) — химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған химигы.
- Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы (8 август 1984 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
- Ғәзизов Рөстәм Фәрит улы (9 ноябрь 1983 йыл, Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Уҙытамаҡ ауылы) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы[3].
- Ғәзизов Юнир Хәсән улы (1950—2006) — цирк артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- Ғәзизова Зәйтүнә Сабир ҡыҙы — опера йырсыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986).
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
- ↑ Ғәзизов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғәзизов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Газизов Рустем Фаритович 2022 йыл 10 май архивланған.