Ғәзизовтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзизовтар
Зат ир-ат
Рәсем
Тыуған көнө 17 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 май 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй

Гүзәл һәм Юнир Ғәзизовтар — ирле-ҡатынлы, СССР-ҙың циркта эшләгән һауа гимнастары дуэты.

Ғәзизов Юнир Хәсән улы (17 ғинуар 1950 йыл15 май 2006 йыл)— Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1968 йылда Совет Армияһы сафына алына. 1970 йылда хеҙмәт итеп ҡайта һәм 1971 йылда Башҡорт циркын булдырыу маҡсатында ойошторолған махсус һайлап алыу конкурсы аша уҡырға инә. 1973 йылда Өфө дәүләт циркы ҡарамағында ойошторолған «Башцирк» студияһын тамамлай.

Гүзәл Мостафа ҡыҙы Ғәзизова (. 2 декабрь 1954 йыл, Ырымбур).

Биографиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө цирк янындағы студияны тамамлайҙар, «Бамбук һәм брустарҙағы гимнастар» номеры менән (1973 йыл).

Һуңыраҡ, 1976 йылда, ирле-ҡатынлы дуэттың «Торнаҡай һәм Батыр» һауа цирк номеры йәш башҡорт милли цирк программаһының биҙәүесе булып китә. Номерҙы гимнастар режиссёр В. И. Левшин менән берлектә ижад итә.

«Торнаҡай һәм Батыр» номерының фабулаһы боронғо башҡорт легендаһына нигеҙләнгән. Һунарсы-егет һәм ҡош-ҡыҙ тураһындағы легенда цирк сәнғәте образдарында һирәк осрай торған сағыу кәүҙәләнеш таба. Башҡарыусылар һунарсы-егеттең һәм ҡыҙға әйләнгән зәңгәр ҡанатлы Торнаҡайҙың мөхәббәт тарихын трюк теле аша бирә алдылар.

Спорт һәм цирк донъяһында Юнир Ғәзизовҡа «әүернәсе» (крестовик) тигән ҡушамат тағалар, сөнки ул ҡулсаларҙа бик көслө «әүернә» трюгын башҡара, ҡулдың суҡтарына ғына таянып, боролошло «әүернә»не һул һәм уң яҡҡа эшләй ала. Был номер өсөн махсус яҙылған музыка, уйланылған композиция, артистың юғары башҡарыу оҫталығы Ғәзизовтарға СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә даими уңыш тәьмин итә. Артистар, милли хореография элементтарын һәм музыка темаһын индереп, трюктың һәм пластиканың тәбиғи рәүештә ҡушылғанына өлгәшәләр. Һәр береһе үҙенең үҙенсәлеген, геройҙың характерын сағылдырып өлгөрә. Ҡеүәт һәм нәфислек, физик камиллыҡ һәм рухи матурлыҡ гармонияһы дуэты барлыҡҡа килә. Номер көтөлмәгән сиселеше, трюктың үҙенсәлеге менән айырылып торған. Ғәзизовтарҙың милли колорит менән байытылған номеры цирк өлкәһендәге белгестәрҙең юғары баһаһына лайыҡ була һәм художество-цирк әҫәре булараҡ таныла.

Гүзәл һәм Юнир Ғәзизовтар цирк сәнғәтендә үҙенә күрә берҙән-бер булған бер нисә һауа трюктары авторҙары булып тора. Ҡайһы бер ҙур бейеклектәге трюк комбинациялары страховкалауһыҙ башҡарыла. Улар күп тапҡыр сит илдәрҙә гастролдәрҙә булалар.

19821990 йылдарҙа Ю. Х. Ғәзизов, артист эшмәкәрлеге менән бер рәттән, Башҡорт милли цирк коллективының художество етәксеһе һәм директоры була. Юнир Ғәзизов I-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреүҙә уның башҡарма директоры булараҡ әүҙем ҡатнаша.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юнир Ғәзизовтың тыуған яғында, уның вафатынан һуң, Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы административ үҙәге Иҫке Собханғол ауылында уның исеме яңы урамдарҙың береһенә бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәзизова Гүзәл Мостафа ҡыҙы — Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1982).

Ғәзизов Юнир Хәсән улы— Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1979), Свердловск ҡалаһында уҙғарылған 1-се Бөтә Союз конкурсы лауреаты (1982), Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы (1984).

1982 йыл — Иң яҡшы цирк номеры Бөтә Союз конкурсы лауреаттары.

1986 йыл — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Цирковое искусство России: Энциклопедия / Редкол: М. Е. Швыдкой, Г. В. Белякова, Н. Д. Гаджинская и др. Сост.: В. В. Кошкин, М. С. Рудина, Р. Е. Славский. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2000. С. 95, 237.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]