Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты
Элекке исеме

Өфө музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернаты,

Нигеҙләнгән

1943

Директор

Хәликов Ринат Риф улы

Тип

гимназия-интернат

Адресы

450059 Рәсәй флагы, Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Зорге урамы, 25/1-се йорт

Сайт

http://гбоурги.рф/

Телдәр

Башҡорт теле

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты — Башҡортостандың Өфө ҡалаһындағы республика әһәмиәтендәге музыкаль гимназия-интернаты[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты дәүләт белем биреү учреждениеһы (ГОУ РГИ) 1943 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Юғары Баш Командующийының 1943 йылдың 23 февраль бойороғо менән Совет Армияһы тынлы оркестрҙары өсөн хәрби музыкант тәрбиәләнеүселәр әҙерләү маҡсатында 3-сө балалар йорто нигеҙендә асылған.

Беренсе набор балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренән, Ленинград һәм Смоленск өлкәләренән эвакуацияланып килгән етем балаларҙан торған.

Мәктәптең тәүге сығарылышы 1946 йылда булған. Утыҙ сығарылыш уҡыусыһы Совет Армияһы оркестрҙарына хеҙмәткә ебәрелгән.

Хәрби мәктәп 1956 йылға саҡлы эшләгән, ошо йылдар эсендә хәрби оркестрҙар өсөн 450 музыкант әҙерләнгән, һәм уларҙың күпселеге профессионал музыкант булып киткән. Барыһы 11 сығарылыш эшләгән хәрби мәктәп. 1956 йылдан хәрби мәктәп үҙгәртеп ҡоролған һәм БАССР Мәғариф Министрлығы ҡарамағына бирелгән.

1956 йылдан РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән мәктәп-интернат һигеҙ йыллыҡ булып киткән һәм 1967 йылда тәүге 8-се класын сығара.

Яйлап мәктәп урта мәктәпкә әйләнгән, малайҙар менән бергә ҡыҙҙарҙы ла ҡабул итә башлағандар. 1957 йылда мәктәп-интернатта халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге асылған, 1958 йылда — фортепиано бүлеге, 1961 йылдан һыҙғыслы уйын ҡоралдары бүлеге эшләй башлаған.

Был уҡыу йортонда Башҡортостандың бөтә райондарынан, күрше өлкәләрҙән һәм автономиялы республикаларҙан килгән балаларға ла уҡыу мөмкинлеге асылған.

1991 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы Министрлығы Коллегияһының 1991 йылғы 8 май ҡарары менән Өфө музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернаты Республика музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернат-гимназияһы итеп үҙгәртеп ҡоролған.

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1994 йылдың 11 ноябрендә ҡабул ителгән 408-се ҡарары менән Республика музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернат-гимназияһына беренсе башҡорт профессиональ йырсыһы һәм композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелгән[2].

1999 йылдың 30 июнендәге Дәүләт аккредитацияһы Таныҡлығы нигеҙендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка тәрбиәләнеүселәр Республика мәктәп-интернат-гимназияһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернаты тип аталған.

Өфө ҡалаһы Октябрьский районы Администрацияһының 2001 йылғы 31 майҙа ҡабул ителгән 951-се Ҡарары нигеҙендә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка тәрбиәләнеүселәр Республика мәктәп-интернат-гимназияһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернаты тип йөрөтөлә башланған[3].

Гимназия бинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернаты һәм гимназия директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле директорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлиуллин Риф Мәлик улы

Саньяров Фәнзил Бүләк улы

Сәйәхов Ишморат Әғзәм улы

Гимназияның профиле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гимназияның түбәндәге музыка бүлектәре бар:

  • Тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары
  • Фортепиано
  • Музыка теорияһы
  • Хорға дирижёрлау һәм йыр
  • Ҡыллы һәм һыҙғыслы уйын ҡоралдары
  • Халыҡ уйын ҡоралдары
  • Башҡорт музыка фольклоры

Гимназияның бәйләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындай уҡыу-уҡытыу (профилле) программаһы уҡыусыларға махсус урта музыка һәм юғары музыка уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлеге булдырған урта музыка белеме биргән. Гимназия үҙе йәшәгән дәүерендә буласаҡ профессиональ педагог—музыканттарҙы әҙерләүсе база мәктәп булған. Гимназияның педагогик коллективы республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары: Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы менән хеҙмәттәшлек итә.

Гимназия Башҡортостан мәғаирфын үҫтереү институты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм уның тәжрибә майҙансығы булып тора. Гимназия коллективы үҙенең тәжрибәһе менән республика уҡытыусылары менән йомарт бүлешә, гимназия базаһында асыҡ дәрестәр, ижади семинарҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола.

Гимназияның ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гимназия үҙенең эшмәкәрлеге барышында өс меңгә яҡын музыка белгесе әҙерләне. Күп сығарылыш уҡыусылары үҙҙәрен сәнғәткә бағышлайҙар, Рәсәйҙең консерваторияларында, юғары уҡыу йорттарында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыйҙар. Гимназия сығарылыш уҡыусылары араһынан бик күп танылған музыканттарыбыҙ бар. Шуларҙың өсәүһенең исеме «СССР-ҙың күренекле музыканттары Алфавит китабы»на индерелгән.

Музыка белем биреү нигеҙенә балалар музыка мәктәптәре, музыка педагогик колледждары, Өфө сәнғәт училищеһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты программалары һалынған, региональ компонентты иҫәпкә алған яңы предметтар: башҡорт профессиональ фольклоры, башҡорт профессиональ музыкаһы программалары эшләнгән.

Музыкаль белем биреү махсус уйын ҡоралдарында индивидуаль өйрәтеүгә ҡоролған. Гимназияла һәр балаға тәбиғи һәләттәре буйынса тура килгән уйын ҡоралын һайлау аша, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртыу технологияһы эшләнгән, һәр балаға ижади үҫешкә мөмкинлектәр асыла. Һәр уҡыусының индивидуаль программаһы һәм тәғәйен уҡытыусыһы бар. Гимназия-интернатта академик (уҡыу), ижади, художество-эстетик эшмәкәрлек үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе атмосфера булдырылған. Уҡытыусылар һәләтле уҡыусылар менән етди эш алып бара, тәрбиәләнеүселәр төрлө кимәлдәге: район, ҡала, республика олимпиадаларында призлы урындар яулайҙар һәм еңеүсе булалар. Махсус дисциплиналар буйынса эшләгән педагогтарҙың уҡыусылары Халыҡ-ара, Бөтөн Рәсәй, региональ музыкаль конкурстарҙа еңәләр.

Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы айырым махсус уйын ҡоралы менән генә сикләнмәй, улар вокал менән шөғөлләнә, өҫтәлмә рәүештә тағы ла бер уйын ҡоралында уйнай ала. Бөтә уҡыусылар ҙа мотлаҡ рәүештә фортепианола уйнарға өйрәнә. Уҡытыусылар уҡыусыларҙы йәлеп итерлек лекция-концерттар ойоштора: «Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 110 йыл», «Антонио Вивальди һәм уның «Йыл миҙгелдәре», «Ансамбль музыкаһы», «Музыка уйын ҡоралдары».

Махсус предметтар педагогтары музыка теорияһы һәм сольфеджио (7-8 кластар) буйынса олимпиадалар ойошторалар; музыка әҙәбиәтендә — композиторҙар ижады (М. И. Глинка һ.б.) (8-10 кластар). Уҡыусылар Заһир Исмәғилев ижадына бағышланған музыка уҡыу йорттары кимәлендәге музыка теорияһы предметтары буйынса республика конкурстарында ҡатнашалар. Уҡыу йылы һуңында һәр бүлек уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың йомғаҡлау концерттарын ойоштора. Һәләтле уҡыусыларҙы Башҡортостандың рйондарынан һәм яҡын төбәктәрҙән һайлап ҡабул итәләр (80 %). Шулай уҡ башҡа региондарҙан һәләтле балаларҙы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тәҡдиме менән ҡабул итәләр.

Гимназияның тынлы оркестры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының Өлкән тынлы оркестры — Башҡортостан Республикаһының ғорурлығы. Музыкаль профилле уҡытыу нигеҙендә бөтөн уҡыусыларға ла төрлө тынлы уйын ҡоралдарында уйнау мөмкинлеге биргән тынлы оркестр бүлеге тора. 170 малай һәм ҡыҙ уйнаған дүрт тынлы оркестр — гимназияның ғорурлығы һәм визит карточкаһы. Уҡытыусы һәм дирижёр Ниғмәтйәнов Фәнзир Фәйзрахман улы етәкләгән Өлкән тынлы оркестр — Халыҡ-ара, Бөтөн рәсәй, региональ конкурстар һәм фестивалдәрҙең даими ҡатнашыусыһы. Бик күп йылдар дауамында гимназияның өлкән оркестры «Рәсәйҙең иң яҡшы тынлы оркестры» исемен раҫлай (Магнитогорск — 2005 й., Мәскәү — 2006 й., Калининград — 2007 й.).

Республикалағы Хөкүмәт, ҡалалағы Хакимиәт кимәлендәге бер сара ла гимназияның ғорурлығы — тынлы оркестрҙан, парад гусар-барабансы ҡыҙҙар төркөмөнән һәм «Ынйы» фольклор ансамбленән башҡа үтмәй.

2010 йылда Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры Лоҡманов Илнур Флүр улы гимназия-интернатта «Ялҡын» театр түңәрәгенә нигеҙ һалды, һәм 2018 йылда был ижади берекмә «Өлгөлө коллектив» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Тынлы оркестрҙың алыштырғыһыҙ тәрбиәсеһе булып оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғилманов Әбүсәғүт Әхтәм улы эшләне. Оркестр — Мәскәү ҡалаһында уҙған дипломант XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале дипломанты, тынлы оркестрҙарҙың бөтөн рәсәй һәм республика смотр-конкурстары лауреаты, «Артек», «Орлёнок» халыҡ-ара лагерҙары, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы мәҙәни программалары ҡатнашыусылары. Оркестрҙың уңышлы сығыштары нигеҙендә үҙ эсенә донъя классикаһы шедеврҙарын, заман композиторҙары әҫәрҙәрен, милли музыканы индергән программа ята. Оркестрҙың бөтә сығыштары ла, йәш башҡарыусыларҙың оҫталығын күрһәткән яҡшы профессиональ кимәлдә уҙа.

Гимназияның билдәле сығарылыш уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернаты һәм уның элгәреләре Башҡортостан Республикаһында һәм бөтөн Рәсәй биләмәләрендә уңышлы хеҙмәт иткән профессиональ музыкаль кадрҙар әҙерләп сығарҙы. Билдәле сығарылыш уҡыусылары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]