Ғәзәли Сәлимә
| Ғәзәли Сәлимә | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1958[1] |
| Тыуған урыны | Буира[d] |
| Яҙма әҫәрҙәр теле | Француз теле |
| Һөнәр төрө | журналист, борец за права женщин, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы |
| Биләгән вазифаһы | депутат[d] һәм депутат Национальной народной ассамблеи Алжира[d][2] |
| Уҡыу йорто | Университет Алжира[d] |
| Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2019 |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия трудящихся[d] |
| Сәс төҫө | чёрные волосы[d] |
| Күҙ төҫө | тёмно-карий[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Предпочитаемое местоимение | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Ғәзәли Сәлимә (рус. Салима Гезали, франц. Salima Ghezali; 1958, Буира, Француз Алжирында тыуған) — алжир хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналистка, яҙыусы һәм сәйәсмән. Сахаров исемендәге һәм Улоф Пальме премиялары лауреаты (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәзәли Сәлимә 1958 йылда Француз Алжирында тыуған. 1980-се йылдарҙа ул алжир феминист хәрәкәтенә ҡушылып китә[3]. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, уның быуынын Алжирҙың үҙаллылыҡ өсөн һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ һалдаттар өлгөһө илһамландыра һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡлы булырға тейеш икәнлегенә инандыра[4] . Ул педагог белеме ала һәм профсоюз эшмәкәрлегенә тотона[5] .
Ғәзәли — ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары, демократия һәм кеше хоҡуҡтарын өсөн көрәш активисткаһы, «Европа һәм Мәғриб ҡатын-ҡыҙҙары» (франц. Femmes d'Europe et du Maghreb) ассоциацияһына нигеҙ һалған, Ҡатын-ҡыҙҙар үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы президенты, NYSSA ҡатын-ҡыҙҙар журналы мөхәррире. 1993 йылда Алжир La Nation аҙналыҡ баҫмаһы мөхәррире булып китә[6][7].
1991 йылда Алжир граждандар һуғышы барышында Сәлимә Ғәзәли пацифистар позицияһында тора. La Nation кеше хоҡуҡтарын һәм һүҙ азатлығын яҡлап, хөкүмәт эшмәкәрлеген дә, исламсылар эшмәкәрлеген дә тәнҡитләп тора[6]. 1996 йылда аҙналыҡ тыйыла. 2011 йылда ул яңынан интернетта сығарыла башлай. Ғәзәли эшмәкәрлеге өсөн күп бүләктәргә лайыҡ була[6].
2017 йылдың майында Ғәзәли Социалистик көстәр фронтынан депутат итеп һайлана. 2018 йылдың 23 сентябрендә Әхмәт Ғәид Сәләхҡә асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткәндән һуң мандатынан мәхрүм ителә[8].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Prix du Club de la Presse (1995)
- ru:Премия имени Сахарова (1997)
- ru:Премия Улофа Пальме (1997)
- Theodor Haecker Price (1999)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Les amants de Shahrazade (1999)
- Jours intranquilles (2009)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #131456474 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://en.wikipedia.org/wiki/Salima_Ghezali
- ↑ Salima Ghezali
- ↑ Ghezali's dangerous beat
- ↑ Ghezali's dangerous beat
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Salima Ghezali (фр.). 20 март 2013 тикшерелгән.
- ↑ Ghezali's dangerous beat (инг.), African Agenda.
- ↑ Template error: argument title is required. 2019 йыл 23 сентябрь архивланған.