Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1917
Тыуған урыны Буранбай ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы (рус. Гаитбаев Мухтар Базетдинович; башҡа документтар буйынса — Ғәйетбаев Мөхтәр Ғәйетбай улы[1] (1917 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант[2]. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы пулеметсыһы[2]. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943)[2], II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары[3] кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхтәр Бәҙетдин улы Ғәйетбаев 1917 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған[2]. 1941 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов) составында хәрби юлын 1943 йылдың 19 февраленән алып 1945 йылдың 26 апреленә тиклем 148-се гвардия артиллерия-миномет пулеметсыһы булып үтә. Тиңһеҙ алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендарға һәм миҙалдарға лайыҡ була.

Һуғыштан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
  • Ватан һуғышы ордены (1945)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]