Ғәйет мөбәрәк
Уҡыу көйләүҙәре
Ғәйет мөбәрәк | |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
---|---|
Ғәйет мөбәрәк Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәйет мөбәрәк (мүбәрәк) (рус. ’Ид муба́рак, ғәр. عيد مبارك — байрам ҡотло булһын) — исламда Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы көндәрендә сәләмләү һүҙе. Ғәрәптәр өсөн «Ғәйет (байрам) мөбәрәк» ғибәрәһе теләһә ниндәй байрам менән ҡотлау өсөн ҡулланыла һәм урыҫ телендәге «Байрам менән!» тип ҡотлауҙың универсаль аналогы булып тора.
Байрамдарҙа ҡотлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ғәйет мөбәрәк» тип ҡотлауҙан тыш мосолмандар ошондай тәбрикләүҙәр ҙә ҡуллана:
- ’И́дүкүм мүбәрәк (ғәр. عيدكم مبارك) — Байрамығыҙ ҡотло булһын!
- Тәкәббәлә-Ллаһу миннә үә минкүм (ғәр. تقبل الله منا ومنكم) — Аллаһ һеҙҙән дә беҙҙән дә ҡабул итһен!
- Тәкәббәлә-Ллаһу миннә үә минкүм сәлихә-л-әғмәл (ғәр. تقبل الله منا ومنكم صالح الاعمال) — Аллаһ һеҙҙән дә беҙҙән дә сауаптарҙы ҡабул итһен!
- Ғәйет мөбәрәк үә күлл ғәм үә үммәтә-л ислам би-хәйр (ғәр. عيد مبارك و كل عام و أمة الإسلام بخير) — Ғәйет мөбәрәк булһын һәм өммәт йыл да хәйерле булып ҡалһын!
- Джәғәлә-Ллаһу ғидәкүм мүбәрәк (ғәр. جعل الله عيدكم مبارك) — Аллаһ байрамығыҙҙы мөбәрәк ҡылһын!
Рамаҙан инеү һәм Ураҙа байрам менән ҡотлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан инеү һәм Ураҙа байрамы менән мосолмандар ошо рәүешле ҡотлаша:
- Рамаҙан кәрим (ғәр. رمضان كريم) — Рамаҙан йомарт булһын!
- Рамаҙан мүбәрәк (ғәр. رمضان مبارك) — Рамаҙан мөбәрәк булһын!
- Шәһр мүбәрәк (ғәр. شهر مبارك) — Ай (Рамаҙан) мөбәрәк булһын!
- Хүәтим мүбәрәкәһ (ғәр. خواتم مباركة) — Рамаҙан ахыры мөбәрәк булһын!
Хаж (үмрә) һәм Ҡорбан байрамы менән ҡотлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорбан байрамы етеүе, шулай уҡ хаж(үмрә) ҡылыу айҡанлы мосолмандар ошо рәүешле тәбрикләй:
- Хажүкә мәҡбүлә (ғәр. حجك مقبولا) — Хажың ҡабул булһын!
- Үмрәтүкә мәҡбүлә (ғәр. عمرتك مقبولا) — Үмрәң ҡабул булһын!
- Тәкәббәлә-Ллаһу минк (ғәр. تقبل الله منك) — Аллаһ һинән ҡабул ҡылһын!
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |