Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы
Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 14 май 1958 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡортостан Республикаhы, Октябрьский |
Вафат булған көнө | 14 ноябрь 2009 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Таиланд |
Һөнәр төрө | көрәшсе, тренер |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Спорт төрө | Грек-рим көрәше |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы (14 май 1958 йыл — 14 ноябрь 2009 йыл) — Бөтә донъя һәм Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһын ойоштороусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры. ЮНЕСКОның милли спорт төрҙәре буйынса кәңәшсеһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Риф Фәтҡелбаян улы Ғәйнанов 1958 йылдың 14 майында Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған. 1981 йылда ГЦОЛИФК-ты тамамлай. 1985—1992 йылдарҙа классик көрәш буйынса СССР (профсоюздар ДСО-һы) йыйылма командаһының өлкән тренеры .
2002 йылдан алып — Бөтә Рәсәй билбаулы көрәш федерацияһы президенты, 2003 йылдан алып — Халыҡ-ара билбаулы көрәш федерацияһы президенты.
1991 йылда уға классик көрәш буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исеме бирелә.
Педагогия фәндәре кандидаты.
2009 йылдың 14 ноябрендә Таиландта бәхетһеҙлеккә осрап һәләк була. 2009 йылдың 21 ноябрендә Мәскәүҙә ерләнгән.
Спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Донъя кубогын яулаусы (1983 й.)
- СССР кубогын яулаусы (1984 й.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәйнанов Риф Фәтҡелбаян улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2018)