Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы
Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 август 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Ғәйнетдинов Олег Исхаҡ улы (19 август 1949 йыл) — ғалим-инженер, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы 1949 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһында тыуған.
1-се ҡала мәктәбен тамамлағас, Силәбе политехник институтына уҡырға инә, уны 1972 йылда тамамлай. 1980 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, 1992 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженерлыҡ академияһында докторлыҡ (1992) дисертацияһын яҡлай.
Уҡыу процесын камиллаштырыу йүнәлешендә, шулай уҡ тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы (ОКБ) Ғилми-тикшеренеү институты (НИИ) мәнфәғәттәрендә башҡарылған эштәр һәм авиация сәнәғәте предприятиеларының ғилми-тикшеренеү эштәре етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1993), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2007). 1997 йылдан 2009 йылға тиклем — Тамбов Юғары хәрби авиация инженерлыҡ училищеһының (ВВАИУРЭ — ВИ) физика кафедраһы начальнигы.
Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]педагогикала — хәрби уҡыу йорттарында белем биреү проблемалары һәм физика уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыу.
техникала — анализ методологияһы һәм самолеттарҙың эксплуатациялау характеристикаларын яҡшыртыу маҡсатында аэротығыҙ сайҡалыу системаһында гироскопик үҙ-ара бәйләнеште булдырыу.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]150-нән ашыу ғилми баҫма, шул иҫәптән бер монография һәм 12 уйлап табыу авторы.
Педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һигеҙ техник фәндәр кандидаты һәм докторы әҙерләгән.
РФ Оборона министрлығының хәрби белем биреү идаралығы ҡарамағында физика буйынса методик совет ағзаһы; училищеның диссертация һәм ғилми-техник советы ағзаһы; фән һәм техниканың физика проблемалары буйынса семинар етәксеһе
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«СССР-ҙың уйлап табыусыһы», «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» күкрәк билдәләре «Оборона министрлығына 200 йыл», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://army-news.ru/2010/05/gajnutdinov-oleg-insafovich 2021 йыл 21 июль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамбовская энциклопедия : ТЭ / [авт. ст. Абрамов А. М. и др.]; гл. ред. Л. Г. Протасов. — Тамбов : Изд-во Юлис, 2004 (Тип. ООО фирма Юлис). — 708 с. : ил., карт., портр., цв. ил., карт., портр.; 27 см; ISBN 5-98407-003-0 (в пер.) Стр. 122.
- 19 августа тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Ишембайҙа тыуғандар
- Көньяҡ Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- Рәсәйҙең уйлап табыусылары
- СССР-ҙың уйлап табыусылары
- Техник фәндәр докторҙары
- «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостанда тыуғандар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары