Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (92 йәш)
Тыуған урыны Яңы Ҡаратаулы ауылы, Әлкә ауыл советы, Салауат районы
Һөнәр төрө журналист, дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәйнуллин Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы (28 февраль 1932 йыл2021 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, журналист. 1982—1995 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре. 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулхаҡ Хәйрулла улы Ғәйнуллин 1932 йылдың 28 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер — Салауат районы) Яңы Ҡаратаулы ауылында бөтөн ғүмерен Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндың тормөш һәм көрәш юлын өйрәнеүгә арнаған Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов ғаиләһендә тыуа.

1951 йылда ауылдағы урта мәктәпте тамамлай һәм Совет Армияһы сафына саҡырылғанға тиклем финанс органдарында эшләй. 19541957 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. Бер аҙ тыуған коллективында эшләгәндән һуң, ВЛКСМ райкомына күсерелә. Артабан райондың «Октябрь юлы» гәзитендә тәржемәсе, бүлек мөдире, редакторҙың дубляж буйынса урынбаҫары була.

1968 йылда Салауат район Советы башҡарма комитеты секретары итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.

1982 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлегенә инструктор итеп үрләтелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Пенсияға сыҡҡас, эшен Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының ойоштороу бүлегендә баш белгес булараҡ дауам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1992)[1]
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • Маҡтау ҡағыҙҙары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.